Даирә
+20 °С
Облачно
Милли проекттар
18 Ноября 2021, 06:20

Санитар авиация тағы бер вертолетҡа байыны

Шуныһы шатлыҡлы, Үҫеш корпорацияһы Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә алды.

Санитар авиация тағы бер вертолетҡа байыныСанитар авиация тағы бер вертолетҡа байыны
Санитар авиация тағы бер вертолетҡа байыны

Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙнаһы”нда  “Дәүләт транспорт лизинг компанияһы” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан үҫеш корпорацияһының  тармаҡ предприятиеһы булған  “Транспорт навигация үҙәге” компанияһына “Ансат” вертолетын тапшырҙы. Һауа судноһы медицина модуле менән йыһазландырылған.

Республиканың үҫеш корпорацияһы быға тиклем дә ике төп медицина үҙәге эргәһендә ике вертолет майҙанын файҙаланыуға тапшырғайны.  Тәүге тапҡыр республикала санитар авиация өсөн тәғәйенләнгән махсус вертолет майҙандары теркәлде.

–Был - беҙҙең республика өсөн мөһим ваҡиға. Шуныһы шатлыҡлы, Үҫеш корпорацияһы Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә алды,–тине Республика үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.–Был йүнәлештәге эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһендә беҙ пациенттарҙы махсус һауа судноһында алдынғы медицина үҙәктәренә оператив рәүештә илтеп еткерәсәкбеҙ һәм тейешле инфраструктураны булдырасаҡбыҙ.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 2024 йылға тиклем республикала Санитар авиацияны үҫтереү стратегияһы раҫланған.2020 йылдың июнь айында  республика  заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған тәүге “Ансат” вертолетын алғайны.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу .Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге эвеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас