Даирә
0 °С
Облачно
Милли проекттар
16 Сентября 2021, 05:20

“Китап һөйөүселәрҙе көн дә көтәбеҙ”

Ошо көндәрҙә бөтә ил буйынса “Мәҙәни шәмбе” акцияһы уҙғарылды. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Ошо көндәрҙә бөтә ил буйынса “Мәҙәни шәмбе” акцияһы уҙғарылды. 

 
 
“Китап һөйөүселәрҙе көн дә көтәбеҙ”

Мәғлүм булыуынса, 11 сентябрҙә бөтә ил буйынса “Мәҙәни шәмбе” акцияһы уҙғарылды. Был көндә барлыҡ төбәктәрҙәге мәҙәниәт учреждениелары бушлай күргәҙмәләр, тамашалар, уйындар ойоштора, концерттар ҡуя, оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.

Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы асылған яңы быуын китапханаһы ла акцияға ҡушылып, уҡыусылар өсөн ишектәрен асты. Балалар китапханала йәнһүрәт ҡараны, балалар майҙансығында уйнаны, китап уҡыны.

“Әлеге сара йыл һайын ойошторолор, ул сентябрҙең һәр икенсе шәмбеһе үткәрелер, тип өмөтләнәбеҙ. Китап һөйөүселәрҙе көн дә көтәбеҙ. Уларға күрһәтерлек яңылыҡтар бик күп”, – тине китапхана директоры Светлана Сәфәрова.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас