Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Август 2020, 13:25

Сибайҙың үҙ Арбаты бар

Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә халыҡтың Таусылар проспектының Үҙәк майҙандан алып Сәғәт курантына тиклем араны "Сибайҙың Арбаты" тип йөрөтөүе хаҡында белдергән.

"Ә нишләп, юҡ. Бик мөмкин. Күргәҙмәләләр, оҫталыҡ дәрестәре, урам фестивалдәре, ижад менән аралашыр өсөн бик уңайлы урын. Ҡала көнөндә һәр кем бындағы күренештән ҙур ҡәнәғәтлек алғандыр. "Башҡорт балаҫтары" конкурсы, кейеҙ фестивале, урындағы оҫталарҙың ҡулдан эшләнгән әйберҙәре һәр кемдең күңеленә хуш килде, уның зауығын байытты".
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештәге" сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова/
Читайте нас: