

“Батырлыҡ дәресе” уҙҙы
Киләсәк быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоларын уятыу, шулай уҡ Тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Ватаныбыҙ тыныслығы өсөн үҙ ғүмерен аямаған ҡыйыу яҡташыбыҙ Альберт Ғәйфуллинға арналған “Батырлыҡ дәресе”ндә Олокүл мәктәбе уҡыусылары һәм ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар араһында махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан яугирҙәр ҙә бар ине.
Альберт Ғәйфуллиндың ҡыҫҡа ғына, әммә геройҙарса үткән ғүмер юлы хаҡында мәктәп уҡыусыһы Максим Бочкарев бәйән итте.
Ҡыйыу яҡташыбыҙ ошо мәктәпте тамамлағас, үҙ тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләгән. Хәрби-һауа көстәренең “Профессор Н. Е. Жуковский һәм Ю. А. Гагарин исемендәге хәрби-һауа академияһы” хәрби уҡыу-ғилми үҙәгенең Силәбе ҡалаһындағы филиалында юғары белем ала ул һәм «Ка-52» вертолетында штурман-оператор булып хеҙмәт юлын башлай. Үҙенең вертолетында Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған һауа парадында оҫталығын күрһәтә, Сүриәлә хәрби бурысын үтәй, 2022 йылда махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.
2024 йылдың 7 ноябрендә ҡыйыу яҡташыбыҙҙың вертолетына дошман уты эләгә. Экипаж катапультировать итергә ҡарар итә. Ауыр яра алған Альберт миналы ялан буйлап үҙенең командирын эҙләй. Сәләмәтлеген бер аҙ нығытҡандан һуң, 2025 йылдың көҙөндә капитан Альберт Ғәйфуллин яңынан хәрби дежурствоға баҫа. Ошо уҡ йылдың 27 октябрендә сираттағы хәрби заданиены үтәгән саҡта вертолеттың барлыҡ экипажы утҡа тотола һәм яҡташыбыҙ геройҙарса һәләк була.
Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Альберт Ғәйфуллин “Батырлыҡ” ордены (ике тапҡыр, үлгәндән һуң), “Генерал Шайморатов” ордены (үлгәндән һуң), II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы, МХО-ла һәм Сүриәләге операцияла ҡатнашыусы миҙалдары, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә миҙал менән бүләкләнгән.
Герой тураһында был һүҙҙәрҙе тыңлаған саҡта барыбыҙ ҙа оло ғорурлыҡ хистәре кисерҙек һәм күҙҙәрҙән йәштәр ағылды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың, Геройҙың әсәһе – ошо мәктәптең уҡытыусыһы Әлфиә Ғәйфуллинаның сығыштары, яугир тураһындағы видеояҙма бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
“Батырлыҡ дәресе” йылы хәтирәләргә бай булды. Балалар аныҡ миҫал аша ысын геройҙарҙың йәнәшәлә генә йәшәүен, Тыуған илгә ҡарата һөйөү һәм батырлыҡ – ысын Рәсәй гражданының төп сифаттары булыуын күрҙе.
“Герой партаһы” асылды
Ошо уҡ көндө Олокүл ауылы мәктәбендә Ватаныбыҙ Геройы Альберт Ғәйфуллиндың иҫтәлегенә “Герой партаһы” асыу тантанаһы уҙҙы.
Сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева асты.
- Хөрмәтле Әлфиә Тимерйән ҡыҙы, һеҙҙең рухи көсөгөҙгә, тәрән аҡылығыҙға, тоғролоғоғоҙға ысын күңелдән һоҡланабыҙ. Ошо ауыр мәлдәрҙә лә улығыҙҙың яҡты хәтирәләрен һаҡлап, ысын сыҙамлыҡ өлгөһө күрһәтәһегеҙ. Илебеҙ тыныслығы өсөн башын һалған ҡаһармандар мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ, ә уларҙың исемдәре илебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡуйыласаҡ, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы үҙенең сығышында һәм сарала ҡатнашыусы башҡа яугирҙәрҙең әсәләренә, уларҙың уҡытыусыларына оло рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Мәктәп директоры Азат Сәғитов та Герой тураһында яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Альберттың әсәһе Әлфиә Тимерйән ҡыҙы етәкселегендәге Шайморатов класы башҡарыуындағы “Шайморатов генерал” йыры бар тамашасының күңеленә үтеп инде.
“Герой партаһы”н тантаналы асып, Геройҙың әсәһе унда гөлләмәләр һалғас, парта артына тәүгеләрҙән булып мәктәптең алдынғы уҡыусылары Дана Саҙиҡова менән Эрнест Юнысов ултырҙы.
Альберт Ғәйфуллиндың һәм уның кеүек батырҙарса һәләк булған башҡа яҡташтарыбыҙҙың яҡты хәтирәләре мәңгелеккә күңелдәребеҙ түрендә һаҡланасаҡ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.