Уңғандарҙың ихаталарында ҡош-ҡорт таҙартыу буйынса өмәләр гөрләй. Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән Тәслимә һәм Рәхимйән Ғәлиндар йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Тырыш ғаилә быйыл йөҙгә яҡын ҡош-ҡорт көткән. Уңған хужалар ошо көндәрҙә үҙҙәренең күркәләрен таҙартып алған.
"Күркә көтөүҙөң бер ауырлығын тойманыҡ. Улар күберәк үлән менән туҡланыуға өҫтөнлөк бирә. Аллаға шөкөр, барыһы ла имен йөрөнө. Һәр береһе 20 кг-дан ашыу тарта,"- тип шатлығы менән уртаҡлаша хужабикә.
Әйткәндәй, күркә ите диетик ит тип иҫәпләнә. Табиптар кәңәш итеүенсә, балалар өсөн ит һайлағанда күркә итендә туҡталығыҙ. Ул аҡһымға, В төркөмө витаминдарына, тимер, цинк, магнийға бай. Организмдың һаҡланыу көсөн нығыта, анемия булдырмаҫҡа ла яҡшы аҙыҡ һанала.
Фото: телеграм