Баймаҡ районынан 49 йәшлек вахтовик билдәле схема буйынса мутлашыусылар тоҙағына эләккән бөтә аҡсаһын юғалтҡан. Ир телефонға, йәнәһе лә, банк ҡушымтаһын яңыртыу кәрәклеге тураһында техник ярҙамдан белдереү ҡағыҙы алған. Тулыраҡ мәғлүмәт бирмәйенсә, ул йүнәлешле һылтанма буйынса үткән һәм беркетелгән инструкцияға ярашлы яңыртыу урынына вирус ҡушымтаһын үҙенең смартфонына ҡуйған. Уның ярҙамында енәйәтселәр телефон менән идара итеү мөмкинлеген алған.
Икенсе көндө алданған кеше уның иҫәбе, шул иҫәптән кредиттыҡы ла, тулыһынса юҡҡа сыҡҡанын асыҡлай. Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Таныш булмаған һандарҙан шылтыратыусылар менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар "ауы"на эләкмәгеҙ!
Фото: "Башинформ"