Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
20 Октябрь , 11:11

Иремдең һөйәркәһен туҡмап сығарҙым

Ирем менән уның ныҡ һәм мәңгелек мөхәббәт икән, әммә был ҡатын мине йәлләй икән. Шуға күрә ул артабан минең менән дуҫлашып йәшәргә теләй. “Ғүмер ҡыҫҡа ғына, бер-беребеҙгә терәк булырбыҙ, һиңә лә ир табылыр” тей.    

Иремдең һөйәркәһен туҡмап сығарҙым
Иремдең һөйәркәһен туҡмап сығарҙым

Һөйәркәләр! Һеҙҙең реально башығыҙ эшләмәй бит!

Иремдең унда-бында һулаҡайға йөрөп алғанын яҡшы беләм. Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, барыбер беләһең бит ул. Әммә ул ғаиләһе өсөн үлергә әҙер. Балаларын ярата, минең һүҙемдән сыҡмай, әммә онотҡанда бер кем менәндер мауығып ала. Йәшерәк саҡта скандал була торғайны, әсәйемдәргә ҡайтып китә инем. Хәҙер егерме йыл бергә йәшәгәндән һуң, нимә тип сыпраңлайһың? Йөрөгәс – йөрөй инде, теләһә ниндәй ауырыу алып ҡайтмаһа булды тейһең.

Тик бына һуңғы һөйәркәһе! Төштән һуң беҙҙең өйгә килеп инде. Мин уның кем икәнен белмәйем бит инде, аптырап ҡарайым. Свет тикшереп йөрөйҙәрме икән тейем. “Һеҙҙең менән һөйләшергә ине”, ти. Аптырап ярай тинем. Был миңә һөйләй башланы! Ирем менән уның ныҡ һәм мәңгелек мөхәббәт икән, әммә был ҡатын мине йәлләй икән. Шуға күрә ул артабан минең менән дуҫлашып йәшәргә теләй. “Ғүмер ҡыҫҡа ғына, бер-беребеҙгә терәк булырбыҙ, һиңә лә ир табылыр” тей.

Сәсенән һөйрәтеп сығарҙым да, артына йән көсөмә тибеп ебәрҙем. Тупһанан тәгәрәп барып төштө. Ә беҙҙең тупһа бейек. “Мин бит һиңә яҡшылыҡ теләйем” -тип ерҙә илап ята ине, этте барып бәйҙән ысҡындырҙым. Нисек сығып ҡасҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Муйнағым курткаһын тешләп, йыртып өлгөрҙө.

Ирем кис өйгә ҡурҡып ҡына инде лә, алдыма килеп тубыҡланды. “Ул ҡатын үҙе миңә сат йәбешә лә ҡуя, нисек ҡотолорға белмәй инем” ти. Нимә эшләтәһең инде уны? Кәкрене ҡәбер генә төҙәтә инде...

Э.

 

Автор:
Читайте нас: