Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
10 Октябрь , 12:57

Фекер алыштыҡ, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ

Үҙәк район-ара ижади берекмәһе журналистары йыл да йыйылышып, үткән йылға йомғаҡ яһай, киләсәккә пландар ҡора. Былтыр бындай семинар Ҡырмыҫҡалы районында уҙғарылһа, быйылғыһы Шишмә районында ойошторолдо.

Бына беҙ, Ауырғазы, Нуриман, Өфө, Шишмә, Бөрө, Благовещен, Архан­гел, Ҡырмыҫҡалы райондары гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, тарихи урында – Үрге Тирмә ауылы янындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейының “Тура­хан” визит-үҙәгендә “Журналистар оҫтаханаһы”на йыйылдыҡ. Был көн­дө гәзитселәр өсөн бай эстәлекле про­грамма төҙөлгән ине. Әйткәндәй был сара Башҡортостан Башлығы Гранты һәм “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар пред­приятиеһы ярҙамында уҙғарыла. “Жур­налистар оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт” проектының ав­торы – “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар пред­приятиеһының медиадиректоры Ринат Шайбәков билдәләүенсә, проекттың маҡсаты – район, ҡала һәм республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәренең һәм хәбәрселәренең гәзиттәрҙең баҫма версияһында, социаль селтәрҙәрҙә һәм сайтта эшләү буйынса белемен камил­лаштырыу.

Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Шиш­мә районы хакимиәте башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эр­нес Кәримов тәбрикләне һәм район яңылыҡтарын яҡтыртып барыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

БР Журналистар берлеге рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәр­рире Вәдүт Исхаҡов сығышында ойошма эше менән таныштырҙы һәм бер нисә ре­дакцияны билдәләп үтте. Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәге директоры, “Кармаска­линская новь” гәзитенең баш мөхәррире Әлфиә Әхмәҙуллина “Башҡортостан Ре­спубликаһы” нәшриәт йортоноң Маҡтау ҡағыҙына эйә булды, ә хәбәрсе Ғәлиә Кәримова БР Журналистар берлегенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Шу­лай уҡ Ғәлиә Кәримова, “Ҡырмыҫҡалы ТВ” хеҙмәткәре Вячеслав Бухмастов һәм мин РФ һәм БР Журналистар берлеге ағ­залары рәтен тулыландырҙыҡ.

Семинарҙа медиатренер Зөһрә Сәй­етҡолова, сайттар буйынса эксперт Ста­нислав Шахов, “Башҡортостан Респу­бликаһы” нәшриәт йортоноң IT-бүлеге начальнигы Азамат Абдрафиҡов, “Мой Башкортостан” порталының баш мөхәр­рире Дарья Касьянова, оҫта фотограф Айрат Нурмөхәмәтов, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәк­сеһенең мәғлүмәт сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе Әлфиә Байбуриналар үҙҙәре­нең белемдәре һәм тәжрибәләре менән бүлеште.

Сара барышында райондың Еңеү паркына, Хажи Хөсәйенбәк исемендә­ге мәсеткә, ғибәҙәтханаға һәм Турахан мавзолейына сәйәхәт ҡылдыҡ.

Шулай итеп, хеҙмәттәштәребеҙ менән аралашып, фекер алышып, яңы белемдәр туплап ҡайттыҡ.

Розалия НАЗАРОВА.

Фекер алыштыҡ, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ
Фекер алыштыҡ, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ
Фекер алыштыҡ, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ
Фекер алыштыҡ, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: