Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
16 Сентябрь , 09:58

Быйылғы ямғырлы йәйҙән һуң картуфты баҙҙа нисек серетмәй һаҡларға?

Фитофтора сире бар тамыраҙыҡты баҫып ала - шуны онотмағыҙ.

Быйылғы ямғырлы йәйҙән һуң картуфты баҙҙа нисек серетмәй һаҡларға?
Быйылғы ямғырлы йәйҙән һуң картуфты баҙҙа нисек серетмәй һаҡларға?

Иң тәүҙә ҡаҙыр алдан ике аҙна элгәре һабаҡтарын сабып сығығыҙ.  

Таҙартҡанда бүлбеләрҙе киптереүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Шуны иҫтә тотоу мөһим: картуф фитофторы тәүҙә күренмәйәсәк. Башта зарарланған картуф сәләмәт, ныҡ күренә, тик ул тәүге ҡарашҡа ғына шулай.

 Фитофтора сире бар тамыраҙыҡты баҫып ала - шуны онотмағыҙ.

Йыйғандан һуң елләтелгән бүлмәләге ҡыйыҡ аҫтында бер нисә көн  киптерергә, шунан һуң ентекләп тикшерергә кәрәк. Картуфты ағас көлө йәки аҡбур онона һалып тороғоҙ.  Баҙҙы сүп-сарҙан һәм былтырғы уңыш ҡалдыҡтарынан таҙартығыҙ, яҡшы итеп дезинфекциялағыҙ: стенаһын ағартып киптерегеҙ. Көкөрт шашкаһын яндырыу бактерияларҙы юҡ итәсәк.

Картуфты йәшниккә ни тиклем әҙ һалһағыҙ, шулай яҡшы. Унда ла тышы әрселмәгән,  ярсылмағандарын һайлағыҙ.

 

 

Автор:
Читайте нас: