Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уның өсөн иң мөһиме – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеү

“Боксит” ҡушаматлы яугир хәрби юлды һайлап, махсус хәрби операция башланыуҙың тәүге көнөнән алып алғы һыҙыҡта. Әлеге ваҡытта ул ваҡытлы ялға ҡайтҡан.Яҡташыбыҙ Көнсығыш хәрби округының элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Өлкән лейтенант дәрәжәһендә ул махсус хәрби операция барышында ышаныслы элемтәне тәьмин итә.

Уның өсөн иң мөһиме – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеү
Уның өсөн иң мөһиме – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеү

- Мин офицер булырға ҡарар иттем. Минең өсөн иң мөһиме – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеү, - ти ул.
Яугир ғаиләлә берҙән-бер хәрби түгел: ҡустыһы ла уның кеүек хәрби булырға ҡарар иткән. Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән егет 2-се һанлы мәктәпте тамамлағас, Санкт-Петербург ҡалаһында Советтар Союзы Маршалы С. М. Буденный исемендәге элемтә хәрби академияһының радиоэлемтә факультетында белем ала. 2021 йылда юллама буйынса Хабаровск ҡалаһындағы хәрби частҡа йүнәлтелә. 2022 йылдың апреленән ул махсус хәрби операция биләмәһенеңә алғы һыҙығында.
Хәрби бурыстарын уңышлы үтәгәне, махсус хәрби операция биләмәһендә Ватаныбыҙҙы һәм илебеҙҙең дәүләт мәнфәғәттәрен һаҡлауҙа күрһәткән шәхси батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн “Боксит” Суворов миҙалы менән бүләкләнә.
Яҡташтарыбыҙҙың барыһына ла иҫән-һау, еңеү менән тыуған төйәктәренә тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефон һандары буйынса шылтыратырға йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Гөлназ ӘХМӘТОВА.

Автор:
Читайте нас: