28 май - Сик һаҡсылары көнө
Улар бөгөн дә сафта
Сик һаҡсылары көнө алдынан Иҫке Бәпес ауылынан бер туған Венер һәм Линур Ҡолоҡаевтар менән осраштым.
Элекке сик һаҡсылары булмай, тиҙәр. Улар илде ҡайҙа һаҡлаһа ла, һәр ваҡыт үҙ асылында ҡала. Мәҡәләм геройҙары ла ана шундайҙарҙан.
Венер Афған менән сиктәш Таджиҡстанда 1984-1986 йылдарҙа хеҙмәт итһә, Линур 1988-1990 йылдарҙа Ҡытайға яҡын Алыҫ Көнсығыш сигендә илде һаҡлаған. Икеһе лә ефрейтор званиеһында уҡсы булып хеҙмәт иткән.
Ҡолоҡаевтар күп балалы ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫәләр. Аталары - Әнүр ағай механизатор, әсәләре Сания апай сөгөлдөрсө була. Улар балаларын эшһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләйҙәр. Мәктәп йылдарынан уҡ ағалы-ҡустылы бер туғандар армияға барыу, сик буйында хеҙмәт итеү тураһында хыяллана. Шулай ҙа элиталы ғәскәрҙәргә теләһә кемде түгел, көслө рухлы, физик әҙерлекле егеттәрҙе генә алалар. Уларҙың психологияһын, стрестарға бирешмәүҙәрен, туғандарын тикшерәләр. Ҡолоҡаевтар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, был ғәскәргә эләгәләр.
- Илде һаҡларға ышанып тапшырылғас, уны намыҫ менән үтәргә кәрәк ине. Мин хеҙмәт иткән саҡта Афғанстандан диверсанттар сикте йыш боҙорға тырыша ине. Уларҙы беҙ күп тапҡырҙар тоттоҡ, - тине Венер Әнүр улы.
- Ғаиләлә алты бала – биш малай һәм бер ҡыҙ үҫтек. Венер ағайым менән минең йәш айырмабыҙ - биш йәш. Ул баш бала булһа, мин өсөнсөмөн. Уның өлгөһөндә сик буйында хеҙмәт итергә теләнем һәм ғариза яҙҙым. Илдең сиген һаҡлау бик яуаплы, ҡатмарлы булһа ла, күңелемде биреп, ғорурлыҡ хисе менән хеҙмәт иттем. Әйткәндәй, беҙҙең ғаиләнән дүртебеҙ армия сафында булды, - тип һүҙгә ҡушылды Линур Әнүр улы.
Ҡолоҡаевтарҙың икеһе лә ауылда өлгөлө ғаиләләрҙән һанала. Венер Әнүр улы ҡатыны Фәнзилә Риф ҡыҙы менән ике малай үҫтерһә (ҡыҙғанысҡа, улдары Рамазан вафат булған), Линур Әнүр улы ла ҡатыны Гүзәл Рәжәп ҡыҙы менән ике малай тәрбиәләй. Әйткәндәй, Венер Әнүр улының медбрат булған улы Рәмил махсус хәрби операция зонаһында яралы һалдаттарҙы дауалай, әлеге көндә Ростов госпиталендә хеҙмәт итә.
Армияны ҡалдырыуҙарына байтаҡ йылдар уҙһа ла, элекке сик һаҡсылары был йылдарҙы йылылыҡ һәм ғорурлыҡ хистәре менән телгә ала, “һалдат хеҙмәте”, “дуҫлыҡ” тигән төшөнсәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Улар әлеге көндә лә әүҙемдәр, ауыл биләмәһендә һәм районда үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашып, патриотик эштәр алып баралар. Тирә-яҡ райондар активистары менән дә мөғәмәләлә булып, аралашып-ярҙамлашып торалар, сик буйы ғәскәрҙәренә һәйкәлдәр асыуҙа теләп ҡатнашалар.
“Илебеҙ сиге һәр ваҡыт йоҙаҡта булһын. Яуыз уйлылар унда үтә алмаһын. Донъялар имен булһын”, - тип оҙатып ҡалды ағалы-ҡустылы Ҡолоҡаевтар.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.