Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙға - юғары награда

Алайғыр ауылынан “Башкир” позывнойлы яугиргә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре Юғары баш командующийы Владимир Путиндан Рәхмәт хаты тапшырыла. Был юғары наградаға ул хәрби бурысын үтәгәндә, дәүләт хәүефһеҙлеге һәм уның оборона һәләтен нығытыуға өлөш индергәне өсөн лайыҡ була.

Яҡташыбыҙға - юғары награда
Яҡташыбыҙға - юғары награда

Һәр ир-егет бәләкәй саҡта машина, трактор йөрөтөргә хыяллана. Шуға ла ул ауылдарындағы мәктәпте тамамлағандан һуң Ауырғазы күп профилле колледжында уҡып, тракторист-водитель һөнәрен ала. Шунан армия сафына алынып, Екатеринбург ҡалаһында механик-водитель булып хеҙмәт итә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Өфө йылға портында крансы була, шунан район үҙәгендәге “Полушка” магазинында эшләй.
2017 йылда патриотик рухлы егет мөһим ҡарар ҡабул итә - Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Силәбе өлкәһендә хеҙмәт итә. Артабан 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, яугир был зонала йыл буйы хәрби бурысын үтәй. Водитель булып, тәүҙә санитар машинаһын йөрөтә, артабан “КамаАЗ” машинаһында ҡоралдар ташый. Хеҙмәт итеү осоронда ҙур тәжрибә туплай, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, хәрби мәсьәләләрҙе үтәй.
Әлеге көндә ул тыныс тормошта эшләп йөрөй. Эшһөйәр һәм патриотик рухлы егет ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, алдына ҡуйған бурысын намыҫ менән башҡара.
Фәниә Батыршина.

Автор:
Читайте нас: