Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Спорт фестивале алдынғылары билдәләнде

Районыбыҙҙың спорт һөй­өүселәре өсөн был көндө Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған спорт фестивале үтте.

Спорт фестивале  алдынғылары билдәләнде
Спорт фестивале алдынғылары билдәләнде

Спорт фестивале алдынғылары билдәләнде

Районыбыҙҙың спорт һөй­өүселәре өсөн был көндө Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған спорт фестивале үтте. Еңел атлетика эстафетаһы, йүгереү, сканди­нав таяғында йөрөүселәр, мини фут­бол, урам баскетболы, көс ҡушкөрәше, өҫтәл теннисы, шахмат турниры һәм “Күңелле старттар” ярыштары буй­ынса алдынғылар билдәләнде. Район спортсылары барлыҡ бәйгеләрҙе лай­ыҡлы үтте һәм үҙҙәрен төрлө яҡлап һынай алды. Шул уҡ ваҡытта улар көй­әрмәндәргә күтәренке байрам кәйефе бүләк иттеләр.

Спорт фестивален асып, Ҡыр­мыҫҡалы балалар спорт мәктәбе ди­ректоры Эльмир Миһранов уҡыусы­ларға ГТО-ның алтын билдәләрен тапшырҙы. Еңел атлетика эстафе­таһында ҡатнашыусыларҙы автобустарҙа үҙҙәренең этаптарына таратҡас, старт иғлан ителде. Күҙ асып йомғансы дүрт километрлыҡ эстафетаны үтеп, башҡа команда спортсыларын күпкә артта ҡалдырып, Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе командаһы (уҡытыусы­лары Максим Киселев, Ринат Яхин) беренселәрҙән булып финиш һыҙығы­на баҫты. Икенсе булып Олокүл мәк­тәбе командаһы (уҡытыусылары Айҙар Асҡаров, Анатолий Федоров) килһә, өсөнсө урынға Прибельский мәктәбе уҡыусылары (уҡытыусыһы Александр Якунин) сыҡты. Әйткәндәй, был эста­фетала райондың 24 мәктәбе коман­далары һәм Ауырғазы күп профилле колледж командаһы (уҡытыусы Марат Нафиҡов) ҡатнашты.

Йүгереүселәр араһында төрлө йәш категорияһында 1-се урынды Елиза­вета Иванова (Ефремкин), Гөлшат Әминева, Вилиә Исламғолова (Ҡыр­мыҫҡалы), Кирилл Вәлетдинов (Кон­стантиновка), Геннадий Федоров, Роберт Ғәйфуллин (Ҡырмыҫҡалы) яу­ланы. 2-се урынды Полина Сырлыба­ева (Һәүәләй), Лариса Ниғмәтуллина (Ҡырмыҫҡалы), Максим Кириллов, Рәсүл Фәттәхов (Ҡырмыҫҡалы), Иван Егоров (Сахай) алды, ә 3-сө урынға Даниил Станкевич (Константиновка), Владимир һәм Юрий Кирилловтар (Ҡырмыҫҡалы) сыҡты.

 С.Чугункин исемендәге мәктәп майҙансығында мини футбол ярышы ла сәмле барҙы. Бында Константинов­каның “Матвеевцы”лары беренселек­те бер кемгә лә бирмәне. Ҡырмыҫҡалы спорт мәктәбе командаһы 2-се, Ҡыр­мыҫҡалының “Деловые линии”һы 3-сө урындарҙы алды. Урам баскетболында иһә Ҡырмыҫҡалының “Черно-белые” (1-се урын), “Макаровы” (2-се урын), “Маран” (3-сө урын) командаларына етеүсе булманы.

“Сәләмәт быуын – көслө төбәк” республика спорт-белем биреү проек­ты сиктәрендә “Аҡкүл” паркы майҙа­нында гөрләгән “Күңелле старттар”ҙа башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Жюри ағзаларының һөҙөмтәләре буйынса Марат Тажетдинов етәкләгән Ҡырмыҫҡалы гимназияһы командаһы еңеүсе тип табылды.

Һәүәләй уҡыусылары (уҡытыусыһы Альберт Мирхәйҙәров) 2-се, С.Чугун­кин исемендәге мәктәп уҡыусылары (уҡытыусыһы Тимур Әбүбәкиров) 3-сө урындарҙы алды.

Спорт фестивалендә оло йәштәге ҡырмыҫҡалылар скандинав таяҡтары менән йөрөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Транспорт өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Флидә Рәжәпова был ярышта ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2-се урын алды. Уның тормош иптәше, шулай уҡ сәләмәт тормош алып барған хаҡлы ялдағы нефтяник, ир-егеттәр араһында алдынғылыҡты алыусы Альфред Рәжәповтан ҡасандан был шөғөлдө үҙ итеүе менән ҡыҙыҡһын­дыҡ:

- Скандинав таяҡтары менән йөрөүемә ун йыл тирәһе булалыр. Саңғыла ла йөрөйөм, - тине ул.

- Ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә эшләнем. Саңғы ярыштарында гелән призлы урындар яулайым. Район башлығы кубогын да алдым. Хаҡлы ялға сыҡҡас та скандинав таяҡтары менән йөрөй башланым һәм шунан бирле таяҡтарымды ташлағаным юҡ. Был ярыш төрөндә лә даими рәүештә беренселекте алам, - тигән тәьҫорат­тары менән бүлеште ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренселекте яулаусы Гөл­зимә Нәҙершина.

Шулай уҡ был көндө көс ҡушкөрә­ше, өҫтәл теннисы, шахмат турниры ярыштарында райондаштар һәм ҡу­наҡтар үҙ көстәрен һынап ҡараны.

Еңеүселәрҙең барыһы ла Еңеү көнөндә миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм кубоктар менән бүләкләнде. Рай­он спортсыларына уңыштар һәм арта­бан тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауын теләйбеҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: