Бөтә ил буйынса уҙғарылған "Еңеү тәҙрәләре" акцияһы беҙҙең районда ла киң ҡолас алды. Мәктәптәр, төрлө учреждениелар тәҙрәләренә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү өсөн көрәшкән атай-олатайҙарыбыҙ, бабайҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәре, тыныслыҡ күгәрсендәре, торналар һүрәттәре урынлаштырылды.
Был бик матур күренеш, урам буйынан үтеүселәр ҙә тәҙрәләр эргәһендә туҡталып, беҙҙең тыныслыҡ өсөн көрәшеүсе батырҙарыбыҙҙың фотоларын тын ҡалып ҡарап тора.
Тимәк, Еңеү көнө, уны яҡынайтыусылар хаҡында хәтер мәңге һаҡланасаҡ. Уларҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.
Гөлсәсәк Аласова.