Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү көнөн ҡаршылап

Шәрипҡол мәктәбендә һуғыш яланында ятып ҡалған һалдаттарҙы, һуғыштан ҡайтып ауыр яраларҙан мәрхүм булған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Сарала мәктәп директорының тарбиәүи буйынса ярҙамсыһы Сулпан Солтанморатова етәкселегендә бер төркөм уҡыусылар сығыш яһаны.

Еңеү көнөн ҡаршылап
Еңеү көнөн ҡаршылап

Район буйынса үткәрелгән акцияға ҡушылып бер минут тынлыҡ үткәрҙек, флешмобта ҡатнаштыҡ, еңеү тәҙрәләрен биҙәнек. 

Шулай уҡ бөгөн мәктәпкә ауылдашыбыҙ Самиков Наил Сөләймән улын ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Ул һуғыштың барлыҡ ауырлығын күргән. Һуғыш башланған ваҡытта уға туғыҙ йәш булған. Үҙе 1954 йылда хеҙмәт иткән сағында атом һынауҙарында ҡатнашҡан.
Наил ағай уҡыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе. Ошо саралар уҡыусыларҙың күңелендә оҙон-оҙаҡҡа һаҡланып киләсәк быуынға тапшырылыр, тип уйлайым.
Бар район халҡын килеп етеп килгән байрам - Еңеү көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйем.

Фирүзә Ғирфанова.

Шәрипҡол ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: