Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа Еңеү көнө...

Ауылдаштарыбыҙ үҙҙәренең батырҙары тураһында яҡты иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай. Бөгөнгө көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан ауылыбыҙҙың йәше-ҡарты, уҡыусылары, ата-әсәләр обелиск янына Еңеү көнөнә арналған тантаналы митингҡа йыйылды.

Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа Еңеү көнө...
Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа Еңеү көнө...

Байрамыбыҙҙың бәҫен арттырып, Өфө ҡалаһынан мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килде. Ауылдашыбыҙ, Ҡырмыҫҡалы районы яҡташтар берлеге рәйесе, запастағы капитан Фәнил Ҡоҙаҡаев, Башҡортостан Республикаһы Диңгеҙ Йыйылышы директоры, 2-се ранг капитаны Алексей Кареев, Диңгеҙ Йыйылышының маҡтаулы ағзаһы, хеҙмәт ветераны Геннадий Михеев, ошо Йыйылыштың рәйесе, өлкән мичман, яҡташыбыҙ Наил Рауилов, ауылдашыбыҙ, яугир-интернационалист Минифан Вәхитов, Ҡамышлы хакимиәте вәкиле Эльвира Ғаян ҡыҙы йыйылышта ҡатнашыусыларға үҙҙәренең ялҡынлы телмәрен, теләктәрен еткерҙе.

Митингта обелискҡа венок, сәскәләр һалып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 122 яугир ауылдашыбыҙҙы, тыл ветерандарын иҫкә алдыҡ. Уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән йыр һәм бейеүҙәр барыһының да күңеленә хуш килде. Дүрт йыл барған был ҡот осҡос һуғышта халҡыбыҙ күрһәткән батырлыҡтар һәм кисергән ҙур ғазаптар 79 йыл буйына ла, 100 йылдан һуң да оноторлоҡ түгел. Ҡаһармандар даны мәңгелек! Беҙҙең һәм йәш быуындың күңелендә мәңге һаҡланыр!

 

Миләүшә Ғайфуллина.

Автор:
Читайте нас: