Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эҙәрмәндәр – Хәтер вахтаһында!

Прибельский мәктәбе бына алты йыл инде “Хәтер вахтаһы” Бөтә Рәсәй патриотик акцияһында әүҙем ҡатнаша. Улар һәйкәлдәрҙе төҙөкләндерә, һәләк булған Ватан һаҡсыларының исемдәрен мәңгеләштереү менән бәйле күргәҙмәләр ойоштора, акцияларҙа ҡатнаша. Ләкин, беҙҙең һәр беребеҙ өсөн йыл да С.И.Солтанғәлиев исемендәге хәрби-патриотик клуб ағзаларының Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың ҡалдыҡтарын эҙләргә барыуы иң мөһим ваҡиға булып тора. Шул осор эсендә беҙҙең уҡыусылар Ленинград, Смоленск һәс Волгоград өлкәләренә экспедицияларға барҙылар.

Эҙәрмәндәр – Хәтер вахтаһында!
Эҙәрмәндәр – Хәтер вахтаһында!

Хәрби хәрәкәттәр булған урындарға барыу өсөн алдан әҙерләнә башлайбыҙ – архив документтарын өйрәнәбеҙ, уҙған йылдарҙағы Хәтер вахтаһы ҡатнашыусылары менән осрашабыҙ, спорт һәм туристик әҙерлек ойошторола.
Быйыл экспедицияла Прибельский, 2-се Ҡырмыҫҡалы, Подлуб, Боҙаяҙ, Ҡамышлы, Иҫке Бәпес мәктәптәренән алты команда ҡатнашты. Прибельский мәктәбенән 6-сы-8-се класс уҡыусылары Дарья Пакратьева, Илһам Саҙриев, Ярослав Щеглов, Артур Кәримов, Әлиә Ғариповалар барҙы. Беҙҙең хәрби-патриотик клуб Волгоград өлкәһенең Городище районы Самофаловка ауылы эргәһендә урынлашты. Барып урынлашыу менән палаткалар лагерын ҡороп ебәрҙек, аш әҙерләү, утын, ҡоро-һары ағастар йыйыу урындарын билдәләнек. Самофаловка ауыл биләмәһе хакимиәте (башлығы - Сергей Песковатсков) беҙҙең эште ойоштороуҙа бик ҙур ярҙам күрһәтте. Улар шунда уҡ эсәр һыу алып килде, башҡа ойоштороу һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итте. Беҙҙе айырыуса урындағы халыҡтың киң күңелле һәм ярҙамсыл булыуы әсир итте. Улар беҙҙе күҙ йәштәре менән ҡаршы алды, беҙ тапҡан һәр табышҡа ихлас ҡыуанды. Эҙләнеүҙәрҙең тәүге көнөндә үк өс һалдаттың күмелгән урынын таптыҡ, уларҙың ҡалдыҡтарын ипләп кенә ҡаҙып алдыҡ. Ике көндән һуң тағы ике яугир ятҡан урын табылды, уларҙың исемдәре яҙылған медальондары ла бар ине. Балалар һалдаттың хәрби билетын һәм һуғыш йылдарындағы гәзит киҫәген тын да алырға ҡурҡып, ҡулдарына алды. Табылған бар нимәләр ҙә индентификациялау һәм экспертиза үткәреү өсөн тапшырылды. Әлеге көнгә тиклем Волгоград ере һуғыш осорондағы тимерҙәр – снарядтар, бысаҡтар, кортиктар, аттарҙың ҡамыт-дуғаларының ҡалдыҡтары менән тулы.
Көндәр йылы торҙо, һәр эш көнө иртәнге зарядканан һәм йүгереүҙән башланды. Лагерҙа һәм эҙләнеүҙәр урынында ҡәтғи дисциплина булдырылды. Быйыл шуныһы үҙенсәлекле булды, экспедиция ағзаларына ашарға мәктәп ашханаһы ашнаҡсыһы Айгөл Рим ҡыҙы Ғарипова әҙерләне. Балалар көн дауамында туҡлыҡлы һәм тәмле йылы аш менән тәьмин ителде.
Ике аҙна ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ныҡ арыуҙарына ҡарамаҫтан, балаларҙың күҙҙәренең моңһоуланып ҡалғанын күрҙем. Был мәлдә улар бик мөһим һәм ҙур эш башҡарған, Тыуған илгә һөйөү, һәләк булып ҡалған яугирҙәребеҙ хаҡында ишетеп кенә белмәгән етди егет һәм ҡыҙҙарға әйләнгәндәй ине.
Уларҙың бар күргән-белгәндәрен мотлаҡ үҙ тиҫтерҙәренә һөйләйәсәктәренә иманым камил. Сөнки, үткәнебеҙҙе белмәйенсә, киләсәгебеҙ ҙә булмаясаҡ.

Рәмзит Ғәлиәкбәров, Прибельский мәктәбенең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: