Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Атайыбыҙ – һуғыш осоро балаһы

Һуғыш ваҡытындағы, унан һуңғы осорҙағы ауырлыҡтар ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм балалар иңенә төшә. Уларға бик иртә ҙурайырға тура килә. Балалар өлкәндәр менән бер рәттән эшкә егелә.

Атайыбыҙ – һуғыш осоро балаһы
Атайыбыҙ – һуғыш осоро балаһы

Атайыбыҙ Хәлитов Рауил Хәсәйетдин улы 1929 йылдың 11 июлендә тыуған. Һуғыш башланғанда ул үҫмер малай була. 12 йәшенән үк колхозда эшләй башлай - ат көтөүен көтә. Ауыр, дәһшәтле йылдарҙы атайым әле лә онотмай, һөйләгәндә күҙ йәштәренә лә ирек бирә.
Эштән ҡайтышлай урманға барып, көпшә, кәзә һаҡалы һәм башҡа үләндәр йыйып ашап, тамағын туйҙырып ҡайта. Әсәһе: “Эй, балам, рәхмәт инде, ашарға таптырмайһың, туйып ҡайтаһын”, - тип күңеле тулып илаған. Көҙ етһә, рус ауылдары баҡсаларынан серек бәрәңге йыйғандар.
Артабан атайыбыҙҙы ФЗО-ға уҡырға ебәрәләр. Унда механизатор һөнәрен ала. Йәше еткәс, армияға алына. Ҡайҙа ебәрерҙәр инде, тип казармала көтөп ятҡанда, колхоз етәкселеге, эшләргә кеше юҡ, механизатор кәрәк, тип юллап кире ҡайтара. Ул эшен яратып, тырышып башҡара, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнә. Уңған тракторист, алдынғы комбайнсы булып эшләй. Колхоз етәкселеге эшен баһалап, ауылда беренселәрҙән уға “Урал” мотоциклын бүләк итә. Ул шулай уҡ маҡтаулы ферма мөдире лә була, пилорамды ла эшләтә. Хеҙмәттәрен баһалап, тырыш колхозсыларҙы Ленинградҡа сәйәхәткә ебәрәләр. Уға ла был ҡалаға барыу бәхете тейә.
Атайыбыҙ оҫта ҡуллы, ярҙамсыл кеше булды. Ҡайҙа нимә ватыла - фермаламы, яландамы, уны саҡыралар, барыһын да эшләп ҡуя.
Атайыбыҙҙың атаһы Хәсәйетдин ҡартатайым 1941 йыл һуғышҡа киткән. Ул һуғыш тамамланғас, әйләнеп ҡайта. Ләкин, күп тә йәшәмәй, һуғыш яраларынан вафат була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер документы ла һаҡланмаған. Документтарын аяҡ осона һалып, ҡәбергә күмгәндәр.
Бер туған ағаһы Исламетдин дә һуғышҡа алына, ул Курск дуғаһында һәләк була.
Атайым әсәйем Фәниә менән ете бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Барыһы ла аҡыллы, уңған, эшсән була. Әле ҡәҙерлем 94 йәштә донъяға риза булып, иркен, тыныс йәшәй. Йәйен уның оло юбилейы - 95 йәш тула, алла бирһә. Уға иҫәнлек, һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Гөлсөм Кузенцова (Хәлитова).
Иҫке Бәпес ауылы.

Автор:
Читайте нас: