Бөгөн, 3 апрелдә, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау этабы – Башҡортостандың төрлө райондарынан ҡатнашыусыларҙың үҙ презентацияларын яҡлау сараһы башланды. Дүрт көн дауамында, йәғни 6 апрелгә тиклем төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар белгестәре ингән эксперт комиссияһы ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһалаясаҡ. Йомғаҡлау этабының тәүге көнөндә “Бәләкәй ауылдар” номиниацияһында ҡатнашҡан 14 ауыл үҙ проектын яҡланы.
- Айыҡ ауыл – бик мөһим, тормошсан тема. Яңы социаль эшҡыуарҙар, яңы әүҙемлек өлгөләре барлыҡҡа килә. Республика этабында ҡатнашыусылар – әле үк еңеүселәр, сөнки улар үҙ ауылдарында тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә. Конкурс сараларын үткәргән мәлдә ауылдаштар берләшә, был башланғыс барыһын да илһамландыра, - тип билдәләне БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
“Айыҡ ауыл” исеменә республиканың 52 ауылы дәғүә итә. Уларға уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru