Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
3 Апрель , 09:44

Йөклө ҡатындың ғүмере өсөн табиптар көрәшә

Изге айҙа теләктәр ҡабул булып, ул шәбәйеп китһен ине.

Йөклө ҡатындың ғүмере өсөн табиптар көрәшә
Йөклө ҡатындың ғүмере өсөн табиптар көрәшә

25 мартта Әбйәлил районында ҡурҡыныс янғын булғайны. Унда бәләкәй балалар һәм йөклө ҡатын йәрәхәтләнде. Әлеге ваҡытта ҡатынды Өфөгә Тән бешеү үҙәгенә күсергәндәр, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә.

Әле табиптар уның хәле тураһында һөйләне. Асыҡланыуынса, уның тәненең 50 проценты бешкән. Ҡатындың ҡарынындағы балаһына 24 аҙна. Хәле бик ауыр тип баһалана.

“Ҡатындың һәм яралғының хәле УЗИ һәм доплерометрия ярҙамында тикшерелде. Тән бешеү үҙәге шарттарында уны артабан дауалау тактикаһы килешелде”, – тиелә хәбәрҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын ваҡытында тағы бер ҡатын һәм өс бала зыян күрҙе. Уларҙың барыһы ла дауаханала. Ғаилә башлығы был ваҡытта эштә булған.

Йөклө ҡатынға тиҙерәк терелеүен һәм уның бәләкәй балаларына һаулыҡ теләйбеҙ. Әйткәндәй, бер нәмәһеҙ ҡалған ғаиләгә бар район һәм республика халҡы ярҙам итә. Изге айҙа теләктәр ҡабул булып, шәбәйеп китһен ине.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: