Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сығыр алдынан залға ҡараным: бер тере кеше лә юҡ ине...

"Мин ҡатынымды креслолар араһына ятҡырҙым да, өҫтөнә яттым. Икәүһе ишек янында ҡалды һәм шунан ата ине, ә береһе рәттәр аша китте", - тип хәтерләй "Крокус"та булған тағы бер яҡташыбыҙ.     

Сығыр алдынан залға ҡараным: бер тере кеше лә юҡ ине...
Сығыр алдынан залға ҡараным: бер тере кеше лә юҡ ине...

“Крокус Сити Холл”да теракт ваҡытында Башҡортостандан йәнә бер ғаилә булған. Улар менән “Уфа1” хәбәрселәре аралашҡан.

50 йәшлек Юрий ҡатыны Ольга менән “Пикник” концертына бара. Залда урындарына ултырыу менән атыу тауышы ишетеп ҡалалар.

– Тәүҙә ҡатыным менән аҫҡа төштөк, сәхнәгә инде килеп еттек тигәндә террорсылар килеп инде һәм ата башланы. Мин ҡатынымды креслолар араһына ятҡырҙым да өҫтөнә яттым. Икәүһе ишек янында ҡалды һәм шунан ата ине, ә береһе рәттәр аша китте. Уның ҡулында “Сайга” ине ахыры, сөнки ул атҡан һайын затворҙы яңынан тарта ине. Мин креслолар аша уның яғына ҡарап яттым, тик башымды күтәрергә ҡурҡтым. Ул яҡын ғына ине, башымды күтәрһәм, күрер һәм атыр ине, – тигән Юрий.

Тик бер заман янғын башлана һәм бина төтөн менән тула башлай.

– Минеңсә, атҡан кешеләрҙең береһе ниндәйҙер снаряд ташланы, ахыры, сөнки тулҡыны килде һәм башым беште. Былар атыуын дауам итте, ә янғын көсәйҙе. Ныҡ эҫе була башланы. Төтөн өҫкә китә ине, түбә бейек булғас, беҙ тонсоғоп өлгөрмәҫ инек, тик уттың эҫеһе ҡурҡытты. Ниһайәт, атыусылар китте һәм кешеләр күтәрелә башланы. Шунда уҡ ишектәргә ташланманыҡ, сөнки улар кире килер тип ҡурҡтыҡ. Түҙер әмәл ҡалмағас, сығырға булдыҡ. Мин ҡатынымды күтәрҙем дә, сәхнә яғына алып киттем, – ти ул.

Залдан сыҡҡан саҡта аяҡтары ултырғыстар араһында ҡыҫылған ҡатын осрай. Юрий уның аяғын сығара һәм өсәүләп сығыу юлы эҙләп китәләр. Шул саҡта бер ир сәхнә артынан тышҡа сығып була тип ҡысҡыра һәм улар шул яҡҡа йүгерә.

– Сығыр алдынан залға тағы бер тапҡыр ҡараным. Тик бер тере кеше лә юҡ ине, – тип хәтерләй ир.

Тышта был ваҡытта ҡотҡарыусылар һәм табиптар уларҙы тотоп ала һәм ярҙам күрһәтә. Уларҙы дауаханаға ебәрәләр, әммә ирле-ҡатынлы ҡайтырға ҡарар итә, сөнки бешкән урындары ҡурҡыныс булмай. Ольга был хәлде йөрәгенә бик ауыр алған, әле ул тынысландырыусы дарыуҙар эсә.

Юрий Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән, 1985 йылда Мәскәүгә күскән. Тик яңыраҡ уның улы тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан һәм унда белем алып йөрөй.  

Фото: ТАСС. 

Автор:Альфия Мингалиева.
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-03-25/sy-yr-aldynan-zal-a-aranym-ber-tere-keshe-l-yu-ine-3700814
Автор:
Читайте нас: