Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙәр иҫтәлегенә волейбол турниры

Ефремкин ауылында Украина ерендә вафат булған яугирҙәр иҫтәлегенә волейбол ярыштары булып үтте.

Яугирҙәр иҫтәлегенә волейбол турниры
Яугирҙәр иҫтәлегенә волейбол турниры

Был турнирҙы үткәреүҙә урныдағы ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙам күрһәткән. Ярыш алдынан сәләмләү һүҙҙәре менән ауыл хакимиәте рәйесе Наталья Иванова сығыш яһап, уйынсыларға ныҡышмалы уйын һәм ярыш сәме теләне.

Уйындар бик сәмле барҙы. Ныҡышмалы уйындар һуң урындар түбәндәгесә билдәләнде: Иҫке Бәпес ауылы командаһы 1-се урын яуланы, Ҡарлыман ауылының йәштәр командаһы - 2-се, төп командаһы - 3-сө урындарҙы бүлеште, Ефремкин командаһы 4-се урын алды.

1- се урынға - 3 мең, 2-сегә - 2 мең 3-сөгә берәр мең аҡса тапышырылды һәм, әлбиттә, алтын, көмөш һәм баҡыр миҙалдар!
Бик матур итеп төшкө аш әҙерләгәндәр.
Киләһе аҙнаға барыһын да Ҡарлыман ауылында уҙғарыласаҡ турнирға көтәбеҙ.

Зөлфәр Хөсәйенов.

Ҡарлыман ауылы.

Автор:
Читайте нас: