Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Торналар” акцияһына ҡушылығыҙ!

Ул теракт ваҡытында һәләк булғандарҙы иҫкә алыуға арнала...

“Торналар” акцияһына ҡушылығыҙ!
“Торналар” акцияһына ҡушылығыҙ!

24 мартта, дөйөм милли матәм көнөндә, “Крокус Сити Холл”да “Торналар” проекцияһы барлыҡҡа килде. Торналарҙың тауышы бинаның нигеҙенән күтәрелә һәм күккә оса. Ошо рәүешле Мәскәүҙә 2024 йылдың 22 мартында концерт комплексында теракт ваҡытында һәләк булғандарҙы хөрмәтләнеләр. Акцияны “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ойошторҙо.

“Концерт залы СССР-ҙың халыҡ артисы Мөслим Магомаев исемен йөрөтә. Ул үлгәндән һуң ҡоштарға әйләнгән һалдаттар тураһында “Торналар” балладаһын башҡарыуы менән билдәле”, –  тине #МЫВМЕСТЕ хәрәкәте ирекмәне һәм Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы Анастасия Брайловская.

“Крокус Сити Холл”да һәләк булғандарҙы иҫкә алыу акцияһына һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн ҡағыҙҙан торна эшләргә,  ҡош һүрәтен төшөрөргә һәм социаль селтәрҙәрҙә бүлешергә кәрәк. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәрҙәге аватарҙа торна һүрәтен ҡуйырға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 мартта Красногоркиҙағы “Крокус Сити Холл”ға һөжүм иттеләр. Был 2004 йылда Бесланда мәктәпте баҫып алғандан алып Рәсәй тарихында иң ҙур теракт булып һанала.

 

Фото: Известия. Павел Волков.

Автор:
Читайте нас: