Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ифтар мәжлесе үтте

Шайморатов ауылында бик ҙурлап ифтар мәжлесе уҙғарылды. Ифтарға Шайморатов, Иҫке Муса, Арыҫлан, Илтерәк ауылдарынан да килделәр.

Ифтар мәжлесе үтте
Ифтар мәжлесе үтте

Был изге мәжлесте ойоштороуҙы Шайморатов ауылынан Зенфира Фәнил ҡыҙы Хисмәтуллина һәм Бекетов ауылынан Лилиә Рәзим ҡыҙы Бәҙретдинова тулыһынса үҙ өҫтәренә алды. Уларға төрлө эштәр башҡарырға Салауат Бәҙретдинов, Рәсих Бакиров, Венер Хәбутдинов, Резеда, Зифа, Тәнзилә Бакировалар һәм башҡалар ярҙам итте. Ауыл биләмәһе хакимиәте юлдарҙы таҙартыу хәстәрен күрҙе.

- Хәҙистә Рамаҙан айында кем дә булһа ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, фәрештәләр Рамаҙан айы буйына был кешене данларҙар, ә Ябраил, ғәләйһис-сәләм, Ҡәҙер кисендә уны сәләмләп ҡаршы алыр, тип яҙылған. Ошо мәжлесте ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, уларҙың ғәмәлдәрен Хоҙай сауапҡа бөтөрһөн.

Илебеҙҙә, йорт-еребеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, бөгөнгө көндә һуғыш эсендәр йөрөгән ир-егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһындар, - тип һөйләне ауылдың имам-хатибы Әфҡәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.

 

Ифтар мәжлесе бик фәһемле үтте. Уны ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәт, ошолай юғары кимәлдә ифтар үткәреүгә үҙҙәренең өлөшөн индереп икеләтә сауап алдылар. Ауылыбыҙ имамының фәһемле вәғәздәрен тыңланыҡ.

Тотҡан ураҙаларыбыҙ, уҡыған аяттар ҡабул булып, илебеҙгә тыныс тормоштар насип булһын, тип теләне йыйылған халыҡ.

Йыйылыусыларҙың барыһы ла аҡшам, тәрәуих намаҙҙарына баҫыуы бик матур күренеш булды. Халыҡ тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, ил-көн тыныслығы, именлеге өсөн доға ҡылып, ойоштороусыларға ихлас күңелдән рәхмәт уҡып таралышты.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:
Читайте нас: