Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Таланттарға бай табын иле

Бөтә донъя шиғриәт көнөндә район мәҙәниәт һарайында "Табын иле - илһам иле" тип аталған төбәк-ара әҙәби бәйгенең еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үткәрелде.

Таланттарға бай табын иле
Таланттарға бай табын иле

Унда табын ырыуҙары берләшмәһе рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев, жюри рәйесе, журналист, яҙыусы, БР һәм РФ Яҙыусылар берлеге ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Нияз Сәлимов, жюри ағзаһы, проект авторы, шағирә Клара Әғлиуллина, яҡташыбыҙ - яҙыусы, публицист, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәли Килмөхәмәтовтың ҡатыны Сажиҙә Лотфулла ҡыҙы һәм Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарының шиғриәт һөйөүселәре ҡатнашты.

- Был шиғри бәйге тәүге тапҡыр 2018 йылда әҙәбиәтсе, ғалим, профессор Тимерғәли ағай Килмөхәмәтов башланғысында уҙғарылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өс йыл элек мәрхүм булды. Әммә уның булышлығында башланған эш дауам итә һәм быйыл ул икенсе тапҡыр үтә. Ойоштороусылар ҡарары буйынса конкурсҡа ырыуҙашыбыҙ Т.Ә. Килмөхәмәтов исеме бирелде һәм ул ике йылға бер тапҡыр үткәрергә ҡарар ителде.
Киләсәктә уға Учалы районынан да ырыуҙаштарыбыҙ ҡушыласаҡ һәм эштәр төрлө жанрҙарҙа (хикәйәләр, балалар өсөн әкиәттәр, мәҫәлдәр һ.б.) ҡабул ителәсәк. Әҙәбиәт бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр артыуына һәм улар араһында йәштәрҙең дә булыуына ныҡлы ышанабыҙ, - тине Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев.

- Талант - ул юғарынан бирелгән һәләт, тиҙәр, ләкин ул - тырышлыҡ һөҙөмтәһе лә. Шиғриәткә аяҡ баҫҡан һәр ижад кешеһе ныҡышмалы яҙышып, башҡа яҙыусыларҙың ижады менән даими танышып барып, үҙ оҫталығын камиллаштырған осраҡта ғына, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә ала.
Дөйөм алғанда, бәйгелә ҡатнашысылар темаға ярашлы әҫәрҙәр яҙыуға ирешкән. Ләкин, бер нисә ҡатнашыусынан тыш, күп шиғырҙарҙа ритм, рифмалар аҡһай, образлылыҡ юҡ. Шуға күрә, ошо райондарҙа сәсәнселәр мәктәптәрен булдырырға, ижади түңәрәктәрҙең эшен йәнләндерергә кәрәк, тип уйлайым. Бындай осрашыуҙар артабан да дауам итергә тейеш.
Ғөмүмән, "Табын иле - Илһам иле" бәйгеһе үҙ маҡсатына иреште, беҙгә яңы исемдәр асты, яңы шиғри табыштар менән ҡыуандырҙы. Бәйгелә ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт, - тине Нияз Булатбай улы һәм еңеүселәрҙе бүләкләп үтте.

Шулай итеп, утыҙға яҡын бәйгесе ҡатнашҡан конкурста 1- се урынға Ҡырмыҫҡалы районынан Фәрғәт Ҡотлобаев, 2-се урынға Архангел районынан Альбина Әбсәләмова, 3-сө урынға Ғафури районынан Фәүзиә Ҡотлогилдина һәм Архангел районынан Гөлирә Фәйрузовалар лайыҡ булды. Улар Дипломдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ бәйгелә ҡатнашҡан Иҫке Шәрәйҙән Мәүлиҙә Тажетдинова, Яңы Ҡыйышҡы ауылынан Әлиә Рәхимова, Ҡарлыманбаш ауылынан Гөлнара Иҫәнғолова, Иҫке Бәпестән Миңниса Камалова, Үтәгәндән Зөлфиә Әсфәндиәрова, Яңы Бишауылдан Мәрүәр Ишморатова, Бишауыл-Уңғарҙан Динә Мөлҡамановалар Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Уларға шулай уҡ үҙҙәренең ижад емештәре ингән "Табын иле - Илһам иле" китаптары тапшырылды.

Тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ, районыбыҙ шағирәһе Фирүзә Абдуллина Башҡорт Википедияһын популярлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн "Башҡорт википедияһы" миҙалы менән бүләкләнде. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Википедия ойошторған бик күп сараларҙа ҡатнашҡан, үҙенең бер шәлкем шиғырҙарын ирекле лицензия менән Викикитапханаға тапшырған. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һеҙҙе Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы!
Сараға саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡ Сажиҙә Лотфулла ҡыҙы бәйгенең дауам ителеүенә ихлас ҡыуанысын һәм рәхмәтен белдерҙе. Ул яҡташыбыҙ Тимерғәли Килмөхәмәтов тураһында һаҡлаған йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
- Беҙгә һәүәҫкәр ижадсылар менән эшләүҙе, әҫәрҙәрҙең кимәлен күтәреү өсөн уларҙы тикшереү, шиғри оҫталыҡҡа өйрәтеү өсөн майҙансыҡтар булдырырға кәрәк. Район гәзиттәрендә әҙәби берекмәләрҙең осрашыуына әҙәби тәнҡитселәрҙе лә саҡырып ошо йүнәлештә эште алып барылһа яҡшы булыр ине. Бәйгегә килгәндә балаларҙы һәм йәштәрҙе лә йәлеп итһәк, Табын илендә ижад йәшәйәсәк һәм яңы таланттар тыуасаҡ, - тине бәйгене ойоштороуҙа күп көс һалған Клара Әғлиуллина.

Бәйгелә ҡатнашыусы Фәрғәт Ҡотлобаев, Гөлирә Фәйрүзова, Альбина Әбсәләмова, Зәлифә Фәйзуллина һәм Ғәлимә Тимерғазиналарҙың ,шиғырҙары һәм йырҙары сараны тағы ла йәм өҫтәне.

Һәр кем байрамдан ҡанатланып, киләсәктә тағы ла ижад итергә дәрт һәм илһам алып, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты. Ошондай күңелле байрамдар йышыраҡ булып торһон, һәләтле кешеләр тағы ла артһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.

Зөлфиә Әсфәндиәрова, Үтәгән ауылы: - Шундай матур байрамда ҡатнаштыҡ, яҙыусылар менән осраштыҡ, уларҙың ижадҡа ҡағылышлы кәңәштәрен дә тыңладыҡ. "Табын иле - Илһам иле" тип аталған китапта уҙебеҙҙең ижадыбыҙҙы күреү бик һөйөнөслө булды. Жюри ағзаларына бик ҙур рәхмәт. Артабан тағы ла тырышып ижад итеү өсөн үҙебеҙгә кутәренке кәйеф, илһам алып ҡайттыҡ.

Автор:
Читайте нас: