Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
18 Февраль , 20:24

Өфөлә ҡурҡыныс авария

Ҡорбандар бар, йәрәхәтләнгәндәр араһында - бала. 

Өфөлә ҡурҡыныс авария
Өфөлә ҡурҡыныс авария

Бөгөн баш ҡаланың Ленин районында үлемесле авария теркәлде. Был турала ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

“Дим – Затон юлының дүртенсе километрында “Лифан” автомобиле водителе Ветошников урамынан сыҡҡан саҡта “Тойота Камри” машинаһына барып бәрелә. Бәрелеш бик көслө була, “Лифан”дың водителе авария урынында йән бирә. Уның ике пассажиры, шул иҫәптән 12 йәшлек бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған”, – тиелә хәбәрҙә.

Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.

Күренеүенсә, үлемесле авариялар хәрәкәт сағыштырмаса яй булған ҡала урамдарында ла булып тора. Шуға күрә уяулыҡты бер ҡасан да юғалтмағыҙ. Юлдар имен булһын. 

Фото: ЮХХДИ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: