Район гәзиттәре редакцияһы коллективы ла “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашып, Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе Лилиә Байғусҡарованың теләген бойомға ашырҙы.
8 йәшлек ҡыҙсыҡ Ҡыш бабайға ботинкалы саңғы тураһында хыялланыуы хаҡында хат яҙған. Редакция хеҙмәткәрҙәре уның теләген ҡыуанып үтәне һәм “ҡояш йөҙлө сабый”ҙы шатландырырға ашыҡты.
Бүләкте Лилиәгә тапшырырға барғанда, бар ауыл халҡы ауыл уртаһындағы ҙур шыршы эргәһенә байрамға йыйылған ине. Әсәһе менән тылсымлы Ҡыш бабайҙы ҡаршыларға сыҡҡан Лилиәне лә шунда тап итеү бигерәк тә яҡшы булды. Ҡыш бабай үҙ ҡулдары менән бүләкте тапшырғанда сабыйҙың ҡыуаныслы йөҙөн күреү күптәрҙе тулҡынландырғандыр, моғайын.
Эйе, теләктәрҙең ысынбарлыҡҡа ашыуы күңелдәрҙә әйтеп бөтөргөһөҙ тойғолар уята һәм донъяны йәмлерәк итә. Ә инде башҡаларҙың теләктәрен үтәргә ярҙам итә алһаң, үҙеңде ысынлап та тылсымсы итеп тояһың. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күберәк изгелектәр ҡылып, бер-беребеҙгә иғтибарлы булып йәшәйек.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.