Иглин районының Таутөмән ауылында төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә электр үткәргестән янғын башланған. Был йортта барлығы алты фатир урынлашҡан. Утты иң тәүҙә балалар күреп ҡала, улар ата-әсәһен уятып урамға сығалар, күршеләрен дә иҫкәртәләр.
Ялҡын бик тиҙ арала фатирҙы ялмап ала, түбәгә һикерә. Уны һүндереү буйынса 13 ҡотҡарыусы һәм биш техника өс сәғәт самаһы эшләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, ут өс фатирҙы солғап алған һәм йорттоң түбәһенә ныҡ зыян килтергән.
Ҡышҡы һыуыҡта төҙөк булмаған электр ҡорамалдары менән ҡулланмағыҙ, ҡарауһыҙ яғылған мейесте ҡалдырмағыҙ, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фото: пресс-служба ГУ МЧС России по РБ.