Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
7 Декабрь 2023, 15:58

Яугирҙәргә йәш ҡамасауламай

- Әлеге ваҡытта атайым алғы һыҙыҡта көрәшә. Бик һирәк кенә беҙҙең менән бәйләнешкә сыға.

Яугирҙәргә йәш ҡамасауламай
Яугирҙәргә йәш ҡамасауламай

Яугирҙәргә йәш ҡамасауламай

Дмитриевка ауылынан 64 йәшлек “Фаза” ҡушаматлы яугир Ғази Заһитов исемендәге штурм отрядында контракт буйынса хеҙмәт итә. Ул ағымдағы йылдың май айында илебеҙҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, хәрби әҙерлек үтә һәм йәй көнө махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.

- Атайым – Тыуған илебеҙҙең патриоты. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк ул үҙ теләге хәрби бурысын үтәр өсөн китергә теләк белдерҙе. “Хәҙер бит һин йәш кеше түгелһең. Ни өсөн контракт төҙөнөң?”- тигән һорауыбыҙға ул: “Яугир өсөн йәш ҡамасауламай!” – тип яуап бирҙе, - тип һөйләне яҡташыбыҙҙың ҡыҙы.

“Фаза” Дмитриевка ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, ул электр монтажсыһы һөнәренә эйә була. Ватаныбыҙ алдындағы бурысын үтәп, әрме хеҙмәтенә барып ҡайтҡас, өйләнә. Ғаиләһе менән Себер тарафтарында эшләргә һәм йәшәргә ҡарар итәләр. Ике балаға ғүмер һәм лайыҡлы тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтырғас, кире тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнәләр. Контракт төҙөгәнгә тиклем мәҡәләбеҙ геройы электрик булып эшләгән.

- Әлеге ваҡытта атайым алғы һыҙыҡта көрәшә. Бик һирәк кенә беҙҙең менән бәйләнешкә сыға. Ул көслө рухлы кеше һәм шулай булып ҡаласаҡ, бер ҡасан да бирешмәйәсәк, һуңғы көсөнә тиклем көрәшәсәк. Беҙгә лә шундай тәрбиә бирҙе. Тиҙҙән атайыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтырға тейеш. Беҙ уны түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, - тип өҫтәне әңгәмәсебеҙ.

Барлыҡ яугирҙәрҙең дә еңеү яулап, тиҙерәк тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Контракт хеҙмәтенә бәйле һорауҙар менән 8(34765) 2-14-78, 2-11-58 һандары буйынса шылтыратырға йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә була.

Автор:
Читайте нас: