Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
24 Ноябрь 2023, 10:03

ДҮРТ НАГРАДАҒА ЭЙӘ БУЛДЫ

Яҡташыбыҙ, Ҡабаҡ ауылы егете махсус хәрби операция биләмәһендә дүрт наградаға эйә булды.

ДҮРТ НАГРАДАҒА ЭЙӘ БУЛДЫ
ДҮРТ НАГРАДАҒА ЭЙӘ БУЛДЫ

ДҮРТ НАГРАДАҒА ЭЙӘ БУЛДЫ

Яҡташыбыҙ, Ҡабаҡ ауылы егете махсус хәрби операция биләмәһендә дүрт наградаға эйә булды.

“Таһир” позывнойлы яугир махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып яу яланында. Күптән түгел генә беҙ уның хәрби хәрәкәттә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн дүрт наградаға – “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Георгий Жуков”, “Хәрби берләшмәне нығытҡан өсөн” миҙалдарына һәм Ҡаһарманлыҡ орденына эйә булыуы тураһында мәғлүм булдыҡ.   

“Таһир” тыумышы менән Һәүәләй ауылынан, әммә уның балалыҡ һәм үҫмер йылдары күрше Ҡабаҡ ауылында үтә.

- Улым бала саҡтан хәрби булырға хыялланды. Мәктәпте тамамлағас та, Ватан алдындағы бурысын үтәр өсөн хәрби хеҙмәткә юлланды, - ти “Таһир”ҙың әсәһе.

Оборона министрлығы менән тәүге контрактҡа ул 10 йыл тирәһе элек ҡул ҡуя. Һуңыраҡ ғаилә ҡора, улы донъяға килә. Һөйгән йәрең, һөйөклө балаң, яратҡан ғаиләңдән алыҫта булыу ни тиклем генә ҡыйын булмаһын, “Таһир” барыбер бала саҡ хыялына тоғро ҡала һәм хәрби хеҙмтен дауам итергә ҡарар итә. 2019 йылдан алып ошо көнгәсә ул контракт хеҙмәтендә Ватаныбыҙ тыныслығын һаҡлай.

Яугирҙе лайыҡлы наградалары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уға ныҡлы сәләмәтлек, еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ.

 

Материал район хакимиәте мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.

 

Автор:
Читайте нас: