Йыл һайын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Автомобилселәр көнө билдәләнә. Бөгөнгө тормошто автомобилһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәгән, ғүмеренең 40 йылын водитель һөнәренә арнаған Самат Әминев та үҙ иңенә юл хәүефһеҙлеге, кешеләрҙең именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүен яҡшы аңлай.
Ҡарлыман ауылында тыуып үҫеп, ошонда уҡ урта мәктәпте тамамлаған йәш егет киләсәк тормошон водитель һөнәренә бағышларға ҡарар итә.
- Бала саҡта машина йөрөткән оло ағайҙарға күҙебеҙ ҡыҙып ҡарай торғайныҡ. Шуғалыр инде класыбыҙҙағы биш егет бергә, бөтәбеҙ ҙә водитель булабыҙ, тип һүҙ бирҙек һәм мәктәпте тамамлау менән күмәкләшеп Ляхов училищеһына уҡырға индек, - ти Самат Салауат улы һөнәр һайлауы хаҡында.
Водитель таныҡлығын алғас, ул “Салауат” колхозына һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Хәрби хеҙмәткә барғас та, ярайһы уҡ тәжрибә тупларға өлгөргән егеткә “Урал” машинаһын ышанып тапшыралар. Әрменән ҡайтҡас, колхоздағы эшен дауам итә.
Самат Салауат улы бына ун биш йыл инде Ҡырмыҫҡалының балалар консультацияһында водитель булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте Маҡтау хаттары менән билдәләнгән.
- Шөкөр, водитель булып эшләү дәүерендә бер ниндәй ҙә юл-транспорт ваҡиғаларына тарыманым, авариялар эшләмәнем. Ҡайҙа кәрәк, шунда ваҡытында алып барып еткерәм, минең яҡтан бер ҡасан да тотҡарлыҡ булманы. Иң мөһиме – юлда бер ҡасан ашығырға ярамай. Быны мин һәр саҡ хәтеремдә тотам һәм мотлаҡ үтәйем. Кәрәк урынға ваҡытында барып етер, шәп йөрөмәҫ өсөн алданыраҡ сығырға кәрәк. Алыҫ юлға запас ваҡыт менән сыҡһаң, тәғәйен ереңә ваҡытында һәм ашыҡмай ғына барып етәһең. Автомобилде даими рәүештә ҡарап-бағып, төҙөк тотоу мотлаҡ. Шул саҡта юлда боҙолоп ултырмайһың. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигәндәй, йәйәүле лә, водитель дә һәр саҡ иғтибарлы булһын. Бигерәк тә йәштәр дыуамал йөрөй. Ҡапыл ҡаршыға бала-саға килеп сығыуы бар, юлда машиналар ҙа күп, закондар ҙа ҡаты хәҙер. Профессиональ водителдәр, автоһәүәҫкәрҙәр үҙен генә ҡайғыртмай, дөйөм хәүефһеҙлек тураһында ла уйланһын ине. Күп юл фажиғәләре эскән килеш руль артына ултырғандар арҡаһында килеп сыға. Шуны ла онотмаһындар рулдәгеләр, - тигән кәңәштәрен еткерә тәжрибәле водитель.
Самат Салауат улы тормош иптәше Гөлнур Юныс ҡыҙы менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әлеге көндә улар ике ейәнсәргә олатай-өләсәй булыу бәхетен кисерә.
Нисек кенә ауыр һәм яуаплы булмаһын, үҙ эшен яратып башҡара ул. Һөнәри байрамдары менән ҡотлап, Самат Салауат улына һәм иңдәренә хәүефһеҙлек өсөн ҙур яуаплылыҡ алған барлыҡ водителдәргә имен-аман юлдар теләйбеҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.