Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
24 Октябрь 2023, 05:43

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған өләсәйҙең мәйетен туңдырғыста тапҡандар

Ейәнсура районының Иҙәш ауылында ҡот осҡос енәйәт ҡылынған.

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған өләсәйҙең мәйетен туңдырғыста тапҡандарБашҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған өләсәйҙең мәйетен туңдырғыста тапҡандар
Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған өләсәйҙең мәйетен туңдырғыста тапҡандар

«Ейәнсура таңдары» хәбәр итеүенсә, июль айында бер ханым әсәһенең юғалыуы тураһында полицияға ғариза яҙған. Өләсәй менән бергә уның ейәне лә юғалған. Өйҙәге мөлкәт тә юҡ булған.

Өләсәйҙе бер нисә ай үткәс, уҙған ял көндәрендә генә тапҡандар. Уның мәйете туңдырғыста ятҡан.

Хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсене тотҡандар. Тикшереү бара.

«Башинформ» ошо хәлгә аңлатма биреүҙәрен һорап Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте. Яуап алғас та, баҫтырып сығарырбыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-10-23/v-bashkirii-v-holodilnike-nashli-trup-propavshey-bez-vesti-babushki-3488819

Автор:Дарья Субботина
 
https://bash.bashinform.ru/news/law/2023-10-23/bash-ortostanda-h-b-r-e-yu-al-an-l-s-y-e-m-yeten-tu-dyr-ysta-tap-andar-3489597
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас