Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
18 Октябрь 2023, 08:52

Йәштәргә бәхет теләйек

Көҙ – туйҙар мәле. Өйләнешеүсе парҙар араһында Илтуған ауылынан махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан ефрейтор Редаль Йәһүҙиндың да булыуы бигерәк ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс булды.

Йәштәргә бәхет теләйекЙәштәргә бәхет теләйек
Йәштәргә бәхет теләйек

Редаль уҙған йыл көҙ Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәр сафына баҫҡайны. Хеҙмәт итеү осоронда ул күп нимәгә өйрәнергә, күпте кисерергә өлгөрҙө. Ләкин, ауыр йәрәхәттәр алыуына һәм ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул хеҙмәт итеүен дауам итте.
Яугир йәрәхәтләнеп ҡайтҡандан һуң оҙаҡ ваҡыт реабилитацияла булды һәм күптән түгел яңынан хеҙмәт итергә китте. Һауығып сыҡҡандан һуң командование Редалгә өс көнлөк ял бирҙе. Нәҡ ошо көндәрҙә йәш пар законлы никахҡа инергә ҡарар итте.
Был көндө йәш ғаиләне ҡотларға яҡындары, туғандары һәм дуҫтары килде. Байрам байрам менән, ләкин йәштәргә тыуған ереңдең именлеген тәьмин итеү ир-егеттең төп бурысы икәнлекте аңлап эш итергә тура килә. Хәҙер хәрби хеҙмәткәрҙең тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтөп торған һөйөклө тормош иптәше бар. Йәштәргә бәхет, именлек һәм тыныслыҡ теләйек.
Влада Илмырҙина.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас