Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
18 Октябрь 2023, 09:08

Тағы ла ҡайғылы хәбәр

Ҡырмыҫҡалы ауылында тағы ла бер аҫыл егеттәребеҙҙең береһен - Сөйөндөков Илдар Рәиф улын һуңғы юлға оҙаттыҡ. Уны йортонан оҙатырға йыйылған барса халыҡ менән бергә көҙҙөң моңһоу шыҡһыҙ көнө лә ҡушылып илай төҫлө ине.

Тағы ла ҡайғылы хәбәрТағы ла ҡайғылы хәбәр
Тағы ла ҡайғылы хәбәр

Илдар опекаға алыусы Айгөл һәм Әсҡәт Аҡбаровтарҙың ғаиләһендә тәрбиәләнә. Аҡбаровтар уны үҙ улдары кеүек күреп, матур тәрбиә биреп үҫтерә. 2014 йылда Иҫке Бәпес урта мәктәбен тамамлағандан һуң егет Амур өлкәһенең Благовещен хәрби училищеһына уҡырға инә.
2018 йылда хәрби хеҙмәткәр 4-се Кантемир танк дивизияһы менән тәүге контрактын төҙөй. Матур итеп хеҙмәт итеп йөрөгәндә 2022 йылдың февралендә махсус хәрби операцияға ебәрелә. Бер йылдан һуң Тымыҡ океан флоты менән Петропавловск-Камчатка ҡалаһында икенсе контрактҡа ҡул ҡуя.
Хәрби машина командиры Сөйөндөков Илдар Рәиф улы 2023 йылдың 9 сентябрендә Украина, Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары биләмәһендә махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк була.

- Илдар хеҙмәт итеү осоронда үҙен өлгөлө хеҙмәткәр итеп күрһәтте, хәрби бурысын һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә намыҫлы һәм профессиональ ҡараны. Хәрби бурысына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡалды.
Бөгөнгө көндә уның яҡындарының ҡайғыһын йыуатырлыҡ һүҙҙәр табыуы ауыр. Һеҙ ысын батыр үҫтерҙегеҙ. Яугир хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, - тине райондың хәрби комиссары Ринат Ғималов.


Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров Айгөл һәм Әсҡәт Аҡбаровтарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм яугирҙе изге һүҙҙәр менән хәтергә алды. Әлфир Фәрхәт улы Әсҡәт Әхмәт улына өлкән прапорщик Илдар Сөйөндөковҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Указы менән бирелгән Батырлыҡ орденын тапшырҙы.
Иҫке Бәпес ауылынан ҡаһарман яҡташыбыҙҙың уҡытыусылары Эльвира Хөсәйенова һәм Ләйсән Абдуллина Илдарҙың яҡшы уҡыуы, спорт һөйөүе, дуҫтары араһында абруйы ҙур булыуы тураһында һөйләне.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Батырға мәңгелек хәтер һәм дан!
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас