Даирә
+28 °С
Болотло
9 мая - День Победы
18 Октябрь 2023, 08:58

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”

Республикабыҙҙың һәр бер районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу һаман дауам итә. Был йәһәттән беҙҙең райондан да гуманитар ярҙам оҙатылып тора.

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”
“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”

Посылка йыйыуҙа ололар менән бер рәттән мәктәп уҡыусылары ла ҙур ярҙам күрһәтә. Күптән түгел Сахай мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары урындағы клубҡа йыйылып, ололар менән бергә “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһына ҡушылдылар. Иң тәүгеләрҙән булып уҡыусылар ил һаҡлаусы яҡташтарыыҙға иң кәрәкле әйбер май шәмдәренһәм өй туҡмасын әҙерләнеләр. Былар барыһы ла сираттағы гуманитар конвой составында МХО зонаһына ебәреләсәк.
Балаларға патриотик тәрбиә биреү, тыуған илгә һөйөү һәм ихтирам уятыу кесе йәштән башланырға тейешлеген беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Һәм ошо йүнәлештә даими эштәр башҡарып торабыҙ, ти уҡытыусылар.

Марсель Әкрәмов.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас