Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
12 Октябрь 2023, 10:36

Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй

Бөгөн Шайморатов ауылының Мәҙәниәт йортонда үҙенсәлекле тарихи ваҡиға теркәлде. Түңәрәк өҫтәлдә муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, “Донбасс эҙәрмәндәре берлеге” йәмәғәтселек ойошмаһының Алчевск ҡалаһындағы Салауат Юлаев исе­мендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Флүр Ҡарасурин, шайморатов һәм кадет кластары уҡыусылары, хәрби-патриотик клубтар ағзалары ҡатнашты.

Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләйБеҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй
Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй

Сара башланыр алдынан Флүр Саяр улы Ф.Мөхәмәтйәров исемендәге,  “Йондоҙ”, эҙәрмәндәр отрядтарының экспедициялар барышында табылған тарихи экспонаттар менән танышты.

–  Беҙҙә хәрби-патриотик, юнармеецтар клубтары әүҙем эшләй. Ғәҙәттә, өлгөр бала бөтә ергә лә өлгөрә: ул - йәш армеец та, эҙәрмән дә, - тип "Хәтер вахтаһы"на нисек йөрөүҙәре һәм уның балаларҙа илһөйәрлек орлоҡтары тәрбиәләүе хаҡында һөйләне “Йондоҙ” эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Зәки Бикбаев.

Флүр Саяр улы Шайморатов мәктәбе етәксеһе Рәсимә Шамил ҡыҙы Ханнановаға Дебальцево ерендә табылған артефакттарҙы тапшырҙы. Ул: "Әлеге мәлдә Башҡортостан егеттәре Украина ерен нацистарҙан һаҡлай. Тарих яңынан ҡабатлана. Беҙ Шайморатов генерал кеүек батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Ул беҙҙең барыбыҙға – уртаҡ тарихи иҫтәлек”, тине. 

– Беҙ генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовты оло хөрмәт менән хәтеребеҙҙә һаҡлайбыҙ. Тарихты үҙгәртергә, боҙорға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Киләсәктә лә ике республика араһында дуҫлыҡ ептәре нығыр, ҡаһармандар хаҡында иҫтәлек быуындан-быуынға тапшырылып килер тип ышанам, тине ул.

Ҡырмыҫҡалы ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Резеда Әхтәмова оҙаҡ йылдар Миңлеғәле Шайморатовтың бала һәм үҫмер сағын өйрәнә, шуғалыр ҙа ҡунаҡтар өсөн уның һөйләгәндәре бик ҡыҙыҡлы булды. 

Сара Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһының 3 б класы уҡыусыһы Салауат Әхмәҙиевтың "Шайморатов генерал" йырын башҡарҙы.

Ошондай осрашыуҙар әлеге мәлдә бигерәк тә әһәмиәтле һәм йәш быуын был хаҡта белеп үҫергә тейеш.

Гөлсәсәк Аласова.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас