Даирә
+28 °С
Облачно
9 мая - День Победы
4 Октября 2023, 11:49

Хәтерҙә һаҡлайбыҙ

Минең атайым 1923 йылда Яңы Муса ауылында тыуған. Иҫке Муса ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған­дан һуң “Ҡыҙыл билдә” колхозында эш башлай.

Хәтерҙә һаҡлайбыҙХәтерҙә һаҡлайбыҙ
Хәтерҙә һаҡлайбыҙ

 Бөгөн Дан орденының тәүге тулы кавалеры Мостафа Шәкир улы Ғәзизовтың тыуыуына - 100 йыл

 Хәтерҙә һаҡлайбыҙ

Минең атайым 1923 йылда Яңы Муса ауылында тыуған. Иҫке Муса ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған­дан һуң “Ҡыҙыл билдә” колхозында эш башлай.

1942 йылдың мартында 19 йәшлек егетте Боҙаяҙ хәрби комиссариа­ты Ҡыҙыл Армия сафына ала. Иҫке Өфөләге 32-се запастағы полкта бер аҙ хеҙмәт иткәс, Ырымбур өлкәһен­дә формалашҡан 10-сы бригада менән Смоленск өлкәһенә фронтҡа ебәрәләр.

1942 йылдың авгусында ул һуғышта тәүге сирҡаныс ала. Яу яла­нында санитар һәләк булғас, атай­ыма ҡаты яраланған 18 яугирҙе, шул иҫәптән политрук Антоновты алып сығырға тура килә. Был алышта үҙе лә яралана. Күрһәткән батырлығы өсөн уны Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Был уның тәүге алышта уҡ алынған тәүге хәрби наградаһы була!

1942 йылдың сентябрендә меха­низацияланған 10-сы бригада Кали­нин фронтына ебәрелә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн атайыма сержант званиеһы бирелә һәм отделение ко­мандиры итеп тәғәйенләнә. Артабан ул взвод командиры ярҙамсыһы була.

Шул уҡ йылдың декабрендә Ржев ҡалаһы янында икенсе тапҡыр һуғышҡа инәләр. Бында ул икен­сегә яралана һәм ялан госпиталенә ебәрелә, әммә тулыһынса һауығып бөтмәйенсә автоматсы булып үҙенең бригадаһына кире фронтҡа килә.

1943 йылда танк ғәскәрҙәре өсөн автоматсы-десантсылар подразде­лениеһы төҙөлә. Мостафа Ғәзизов шунда күсерелә. Был составта улар Курск дуғаһындағы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша.

Курск дуғаһындағы беҙҙең ғәскәрҙәрҙең еңеүенән һуң уларҙың полкы күп ғазаптар кисергән Украи­наны азат итеүҙә ҡатнашыусы 69-сы гвардия танк полкының 21-се гвардия механизацияланған бригадаһының 1-се танк армияһы составына йүнәл­телә.

“... Сержант Ғәзизовтың отделе­ниеһы ‘’Т-34’’ танкы броняһында ҡалаға сыҡты һәм шунда уҡ задание­ны үтәй башланы. Ҡанҡойшһоҙ ғына фашист төрмәһендәге тотҡондарҙы азат итергә кәрәк. Яугирҙәр һаҡсы­ларҙы юҡ итеп, уларҙың асҡыстарын алып, тимер ҡапҡаларҙы асты. Ярҙам һорап ҡысҡырыуҙар, ҡаты яралы­ларҙың ыңғырашыуы, азат ителгән­дәрҙең шатлыҡлы ауаздары... Ҡапыл немец һалдаттарының төркөмө килеп сыға. Ғәзизов: “Ятырға!”- тигән ко­манда бирҙе. Уның тауышы шул ти­клем көслө һәм бойороусан яңғыра­ны, тотҡондарҙың барыһы ла тиҙ генә ята һалды. Шул уҡ секундта Ғәзизов һәм отделение яугирҙәре төрлө яҡлап дошманға автомат уты асты. Бер нисә минут эсендә был алышта еңеү яула­нылды”.

Был операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Мостафа Ғәзизов 3-сө дәрәжә Дан орденына лайыҡ була.

Башҡа алыштарҙа ла ул төрлө хәл­дәрҙән сығыу юлын дөрөҫ һайлауы менән айырылып тора. 1944 йылдың яҙында ул шәхсән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн 2-се дәрәжә Дан ор­дены менән бүләкләнә.

Һуңынан атайым Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша, старшина звани­еһында Сандомир плацдармаһына тиклем барып етә.

1-се дәрәжә Дан орденын ҡыйыу яугир Висла йылғаһын аша сыҡҡан­да күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 23 сентябрендә ала. Башҡор­тостан яугирҙәре араһынан ул тәүге бындай орден алыусы. Шул уҡ йылды Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Дан орде­нының барлыҡ өс дәрәжәһен һәм би­хисап миҙалдар алыуға өлгәшә.

Күп тә үтмәй атайым В.И. Ленин исемендәге Ульяновск танк учили­щеһына уҡырға ебәрелә. Еңеү көнөн дә шунда ҡаршылай.

Атайым менән бергә хеҙмәт иткән майор Федор Павлович Мусатов уны тик маҡтау һүҙҙәре менән генә телгә ала:

- Дан орденының тулы кавалеры Мостафа Ғәзизов командирҙарҙың юғары хәрби һәм сәйәси сифаттарын ғына үҙенә туплап ҡалмаған, шулай уҡ физик яҡтан да көслө. Старшина М.Ш. Ғәзизовтың экипажы полкта иң яҡшылар иҫәбендә. Улар хәрби әҙерлек менән бергә байрам һәм ял көндәрендә лә спорт менән шөғөл­ләнәләр. Бында старшина Ғәзизов бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәй. Шулай итеп һуғыштан һуңғы дүрт йыл үтте. 1949 йылда теләгәндәргә теге йәки был хәрби училищеларға уҡырға инергә тәҡдим ителде. Беҙ Һа­рытау танк училищеһына йүнәлтмә алдыҡ һәм уны уңышлы тамамлап, лейтенант званиеһы алдыҡ.

Отставкалағы майор Ф.П. Му­сатов Башҡортостан Республикаһы Хәрби Комиссариаты аша атайымды эҙләп таба.

Беҙҙең ғаилә Федор Павловичҡа оло рәхмәтле. Ул Башҡортостан Хәр­би Комиссариаты аша атайымды Һа­рытау юғары хәрби училищеһының “Геройҙар даны” исемлегенә инде­реүгә ирешә. Ф.П. Мусатовтың һәм Һарытау танк училищеһы музейы етәксеһе Ф.П. Сидоровичев саҡыры­уы буйынса мин атайым уҡыған уҡыу йортонда булдым. Шулай уҡ Хәрби дан музейына сәйәхәт ҡылдым. Унда 130 Советтар Союзы Геройҙары фо­толары араһында атайымдың – Дан орденының тулы кавалерының да фо­тоһы тора.

Музей етәксеһе һөйләгән хәтирәләр, Һарытау ҡалаһының иҫтәле­кле урындары күңелемдә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Ошо минуттар өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.

Атайымдың, Мостафа Шәкир улы Ғәзизовтың, исем-шәрифтәре Өфөләге Еңеү паркындағы Дан ме­мориалында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Өфөлә, атайым йәшәгән Р.Зорге урамының 45/2 йортонда Хә­тер таҡтаһы урынлаштырылған. Уның яуҙа күрһәткән батырлыҡтары хаҡын­да бик күп китаптарҙа, гәзит-журнал­дарҙа мәҡәләләр донъя күргән. Ғи­лемдар Рамазанов үҙенең поэмаһында герой образы тыуҙырған, радио һәм телевидениела уның тураһында би­хисап тапшырыуҙар күрһәтелде. Яңы Муса ауылының бер урамы атайым­дың исемен йөрөтә. Атайым уҡыған Иҫке Муса мәктәбенең музейында уҡытыусы Ф.Ф. Юнысова тарафынан Хәрби Дан мөйөшө булдырылған. Унда яҡташтары Дан орденының тулы кавалерының тормош юлы һәм ҡаһарманлыҡтарын өйрәнеү буйынса бай материал туплаған.

Йылдар үткән һайын фашизмға ҡаршы совет халҡы яулаған Еңеүҙең әһәмиәтен беҙ нығыраҡ аңлайбыҙ. Беҙ – Бөйөк Еңеү яулаус22ыларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре Еңеү Байрағын алып барырға һәм һуғыш тураһындағы дөрөҫлөктө киләсәк быуындарға еткерергә, ата-бабаларыбыҙҙың иҫтә­легенә лайыҡлы булырға тейешбеҙ. Беҙгә, уларҙың нәҫелдәренә, быуын­дар бәйләнеше өҙөлмәһен һәм хәҙер­ге балалар, йәштәр Тыуған илдәрен ҡәҙерләһен һәм яратһындар, уларҙың киләсәге өсөн ғүмерҙәрен биргән­дәрҙе онотмаһындар өсөн Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары хәтерен һаҡлау мотлаҡ.

Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ, һеҙҙең алда баш эйәбеҙ һәм һеҙҙең ҡаһар­манлыҡты мәңгелеккә хәтерҙә һаҡларбыҙ.

Хәнифә ҒӘЛЛӘМОВА

(ҒӘЗИЗОВА),

Геройҙың ҡыҙы.

Санкт- Петербург ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас