Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
4 Октябрь 2023, 11:12

Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетле

Йылдар үтһә лә, шаулы мәктәп йылдары үҙенең яҡты хәтирәләре менән һәр беребеҙҙең күңелендә ҡала һәм беҙҙе томош юлында һәр саҡ оҙатып бара.

Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетлеЭше менән дә, тормошо менән дә бәхетле
Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетле

 Ҡабаҡ ауылы лицейына бер нисә йыл Миләүшә Күсәбаева етәкселек итә. Үҙен алдынғы ҡарашлы һәм оҫта ойоштороусы, талапсан һәм маҡсат­лы етәксе итеп күрһәткән тәжрибәле педагог менән күптәнге әңгәмә ҡороу хыялын тормошҡа ашырҙым.

- Миләүшә Әмир ҡыҙы, уҡытыусы булам тип тәүге тапҡыр ҡасан әйттегеҙ һәм быға нимә этәрҙе?

- Әсәйем бик күп йылдар минең тыуған яҡтарымда – Әбйәлил райо­нында башланғыс кластар уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләне. Бала саҡтан уҡ: “Мин дә уҡытыусы булам, физика-математика факультетына барам”, - ти торғайным. Уҡытыусы һөнәренең бик үк еңелдән булмағанын, ҙур көс талап итеүен яҡшы белгән әсәйем: “Бәлки, икенсе һөнәр һайларһың?” - тип әйтеп тә ҡа­раны, әммә мин әйткән һүҙемдә ныҡ торҙом һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға индем.

- Хеҙмәт юлығыҙҙы башлағас, хы­ялығыҙҙан баш тартып, еңелерәк күрен­гән эш һайларға теләк тыуманымы?

- Уҡытыусы булараҡ хеҙмәт юлым­ды Сибай ҡалаһында башлағайным. Ысынлап та, бер аҙ мәктәптә эшләп алғас, икенсе эш эҙләп ҡарарға тип уйлап та ҡуйғайным, әммә ул уйым­дан тиҙ үк кире һүрелдем. Тормош иптәшемде Ҡабаҡ ауылындағы кирбес заводына эшкә тәғәйенләгәс, ғаилә­беҙ менән бында күсеп килдек. 2002 йылдан алып Ҡабаҡ мәктәбендә мате­матика фәненән белем бирәм һәм бер ҡасан да уҡытыусы һөнәрен һайлаға­ныма үкенгәнем булманы. 2017 йылда директор вазифаһына тәғәйенләндем.

- Тәүге эш көнөгөҙ хәтерҙәме?

- Ҡабаҡ мәктәбендә эш башлаған көнөм хәтеремдә уйылып ҡалған. Бында мине бик йылы ҡаршы ал­дылар. Коллектив та шундай татыу. Ул ваҡыттағы мәктәп дирек­торы, хәҙер инде мәрхүм Флүр Вәли улы Адеев һәр саҡ беҙгә ярҙам итергә әҙер торҙо.

- Директор һәм шулай уҡ уҡытыусы булараҡ эшегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтары нимәлә күренә?

- Миңә мәк­тәп эше бик оҡ­шай, шуға ла кире яҡтарҙы күрмәйем дә. Бик тырыш йәштәрҙе лә, тәжрибәле быуынды ла туплаған коллективты етәкләп китергә тура килде. Үҙемә ҡалһа, барыһы ла ыңғай ғына барған кеүек. Балаларҙы яратам һәм үҙ эшемде бар күңелемде биреп башҡарам. Эшеңдең бик үк еңелдән булмағанын, күп көс һәм ваҡыт талап итеүен ғаиләң аңлап ҡабул итһә, шул иң мөһимелер, тигән фекерҙәмен. Был яҡтан, шөкөр, уңдым. Тормош иптәшем дә, балалары­быҙ ҙа һәр ваҡыт терәк-таяныс булып тора. Шулай уҡ һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған уҡытыусылар коллективына, ата-әсәләргә рәхмәт­лемен. Мәктәп эшенә тамырҙары менән береккән, унан тыш тормошта­рын күҙ алдына ла килтерә алмаған уҡытыусыларҙың: “Ҡасан отпуск бөтә инде, мәктәпте һәм уҡыусыларҙы һағындыҡ”, - тип әйтеүҙәре ҡыуанды­ра. Һис шикһеҙ, үҙемде лә шулар рә­тенә индерә алам.

- Эшегеҙҙәге иң ҙур ҡаҙанышығыҙ?

- Ҡабаҡ мәктәбе быйылғы уҡыу йылынан лицей статусын алды. Ошо иң ҙур ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе­лер. Беҙҙең уҡыусылар төрлө һөнәри йүнәлештә белем алыу хоҡуғына эйә. Уларҙы 6-сы кластан уҡ төрлө йүнәлешкә бүләбеҙ һәм үҙҙәре һай­лаған уҡыу йорттарына беркетеп ҡуябыҙ. Шулай уҡ быйылғы уҡыу йылынан яңы иҡтисади-юридик йүнәлеш буйынса уҡытыу алып барыла.

- Тормош девизығыҙ?

- Мин оптимист кешемен. Шуға күрә тормош девизым да, русса әйткәндә “Все что ни делается – все к лучшему!” тигәнерәк яңғырай.

- Һеҙ ниндәй етәксе?

- Был һорауға, әлбиттә, уҡыусы­ларыбыҙ һәм хеҙмәттәштәрем яҡшы­раҡ яуап бирер. Уҫал түгелмен, әммә талапсанмын, тип әйтә алам үҙем ту­раһында.

- Коллективығыҙ менән дә та­ныштырып үтһәгеҙ.

- Илле уҡытыусынан торған ҙур коллективыбыҙ бик татыу. Ике сме­нала 650 уҡыусы белем ала. Ҡыҙға­нысҡа, йәш уҡытыусыларыбыҙ аҙ. Йәштәр хәҙер мәктәпкә эшкә килер­гә ашҡынып бармай. Педагогтарҙың күп өлөшөн илле йәштән уҙған уҡы­тыусылар тәшкил итә. Иң оло уҡы­тыусыға 75 йәш булһа, иң йәшенә - 30. Үҙебеҙҙең лицейға уҡытыусы­ларҙы төрлө яҡлап йәлеп итергә ты­рышабыҙ. “Ауыл уҡытыусыһы” про­граммаһы аша килгән уҡытыусылар байтаҡ. Шөкөр, бөгөнгө көндә бөтә фәндәрҙән дә педагогтар етә.

Бер нисә йыл инде Башҡорт дәүләт аграр университеты, М.Аҡ­мулла исемендәге педагогия универ­ситеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙең мәктәп республикала иң беренселәрҙән булып аграр класы асты, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам. Быйылғы уҡыу йылынан башлап Мәскәү юғары иҡтисад мәктәбе, Мәскәү аҙыҡ-түлек технологияһы ин­ституты менән тығыҙ бәйләнеш бул­дырҙыҡ. Улар беҙгә методик яҡтан ҙур ярҙам күрһәтәләр.

- Әле ниндәй маҡсаттар, хыялдар менән йәшәйһегеҙ?

- Быйылғы уҡыу йылында ла ты­рышып эшләргә, яңы йүнәлештәр буйынса эште үҫтерергә кәрәк. Уҡыусылар менән олимпиадаларҙа, кон­курстарҙа күберәк ҡатнашырға һәм еңеүҙәр яуларға. “Плох тот солдат, ко­торый не мечтает стать генералом”, - тигәндәй, һәр саҡ алға ынтылыштар, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәргә кәрәктер, тигән уйҙамын һәм шулай йәшәйем дә.

- Һөйләшеү башында телгә алған - эшегеҙҙә һәр саҡ терәк-таяныс булып торған ғаиләгеҙ тураһында ла белгебеҙ килә.

- Тормош иптәшем Шамил Рәфҡәт улы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Данияр улыбыҙға 10 йәш. Ошо мәк­тәптә белем ала, техника менән ма­уыға. Һеңлем менән кейәүебеҙ вафат булғас, уларҙың берҙән-бер улдарын үҙебеҙҙең ғаиләгә алдыҡ. Азамат улыбыҙға 14 йәш. Химия-биология класында уҡый. Киләсәк тормошон медицина йәки ветеринария өлкәһе менән бәйләмәксе. Ғаиләмә ҡайтһам, директорлыҡ эшемде ситкә ҡуйып, һөйөклө ҡатынға, балаларыбыҙҙың яратҡан әсәһенә әйләнәм. Әсәй бу­лараҡ та талапсан булырға, теҙгенде нығыраҡ тоторға тырышам, әлбиттә. Шулай ҙа барыһын да яратып, һөйөп алырға ла онотмайым.

- Миләүшә Әмир ҡыҙы, ихлас әң­гәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә эшегеҙҙә һәм шәхси тормошоғоҙҙа тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.

Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетле
Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетле
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас