

Башҡортостан халҡы ялған мәғлүмәт менән көрәштә үҙ көсөн һынап ҡарай ала — факттарҙы тикшереү хеҙмәте «Лапша Медиа» https://lapsha.media/ һәр кем өсөн майҙансыҡ асҡан.
Сайт эксперттары күҙаллауҙары буйынса, 2023 йылда алдау осраҡтарының дөйөм һаны 12,5 миллионға һәм унан да күберәккә етеүе ихтимал. Ике йыл эсендә селтәрҙәрҙә ялған мәғлүмәт һаны 8 тапҡырға артҡан.
Ниндәй хәүеф янай?
Көн һайын мәғлүмәт ағымы менән осрашабыҙ. Уның ҡапма-ҡаршылыҡлы, ҡурҡыныс, алдаҡ булыуы мөмкин. Тәү ҡарашҡа был кешегә насар йоғонто яһамай кеүек тойолһа ла, ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ялғандар паника сәсә, кешеләрҙе ашығыс эштәр ҡылырға, аҡса юғалтырға мәжбүр итә. Шуға ла улар менән көрәшергә кәрәк.
Быны нисек эшләргә?
Рәсми сығанаҡтарҙан ышаныслы мәғлүмәтте генә уҡырға.
Хәҙер һәр кем «Лапша Медиа» сайтында факттарҙы тикшереү хеҙмәтендә ялғанды ысындан айыра ала. Һуңғы йылдарҙа эксперт фекерҙәренә, рәсми документтарға, ғилми тикшеренеүҙәргә һәм башҡаларға нигеҙләнгән дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙе анализлау бара.
Сервиста теркәлеүе ауыр түгел. Ентекле күрһәтмәләр менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин https://lapsha.media/stati/kak-stat-avtorom-lapsha-media-instrukcija/
фото: ЛапшаМедиа сайтынан алынды.