Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
21 Сентябрь 2023, 10:40

Балалар һаулығы өсөн өлкәндәр яуаплы

Балаларҙың сәләмәтлеген хәстәрләү һәм ауырыуҙарын алдан иҫкәртеү тураһында район үҙәк дауаханаһының балалар поликлиникаһы мөдире Гөлнара Аллаярова менән әңгәмәләштек.

Балалар һаулығы өсөн өлкәндәр яуаплы
Балалар һаулығы өсөн өлкәндәр яуаплы
  • - Гөлнара Мәғнәүи ҡыҙы, балаларҙың дөрөҫ туҡланыуы тураһында һөйләгеҙ әле.
    - Балаларҙың туҡланыу мәсьәләһе бик мөһим. Бала организмы үҙенә кәрәкле туҡлыҡлы матдәләр, витаминдар, микроэлементтар алырға тейеш. Кескәйҙәр ныҡлы һәм стресҡа сыҙам булһын өсөн уларҙы бер нисә айлыҡ ваҡытта уҡ дөрөҫ һәм витаминдарға бай ризыҡтар менән туҡландырырға кәрәк. Өс йәшкә тиклем сабыйға бал, кофе, какао рөхсәт ителмәй. Аллергия бирә торған цитрус, шоколад, өрөктәр, бал ҡәтғи тыйыла. Әгәр ҙә бала өҫтәмә ризыҡ ҡабул итергә әҙер һәм уның ашҡаҙан-эсәк системаһы формалашып бөткән икән, 5-6 айлыҡ балаға өҫтәмә ризыҡ бирә башларға мөмкин. Бала рационына дөгө, ҡарабойҙай, кукуруз кеүек бутҡалар индерергә кәрәк. Әгәр баланың эсе ҡата, дисбактериоз йәки артыҡ ауырлыҡта икән, ҡабаҡ, төҫлө кәбеҫтә, брокколи биреү отошлораҡ. Иткә килгәндә, 6,5-7 айҙа һыйыр йәки йылҡы итен бирә башларға мөмкин.
    Үҫкән организм өсөн туҡланыу төрлө, яҡшы сифатлы, балансланған булырға тейеш. Рационда йәшелсә-емеш, бутҡалар, туҡмас изделиеһының ҡаты сорттары, ит, йомортҡа, балыҡ, әсетелгән һөт ризыҡтары (кефир, эремсек, үҙең эшләгән йогурт) булыуы мөһим. Шулай уҡ тәбиғәттә үҫкән емештәр, дарыу үләндәре бик файҙалы. Бигерәк тә Себерҙә ҡыҫҡа ваҡытта өлгөрөп, туҡлыҡлы матдәләргә бай булған көртмәле, бөрлөгән, морошко һәйбәт. Әлбиттә, һыу эсерергә кәрәк. Кесе йәштән баланы шәрбәтле аҙыҡҡа өйрәтмәү яҡшыраҡ, сөнки улар файҙалы аҙыҡтан баш тартыуы ихтимал. Хәҙерге заман балалары шәрбәтле, чипсы, газлы шәрбәт һыу ярата. Улар артыҡ тән ауырлығына килтерә һәм башҡа етди сирҙәргә сәбәпсе булыуы ихтимал. Ҡыҙғанысҡа, әле эндокрин системаһы ауырыуҙары һәм ашҡаҙан-эсәк тракты балаларҙа йыш осрай.
    Аҡһым, иң тәүҙә, үҫеүсе организм өсөн – төҙөлөш материалы. Шуға ла, йәш организмдың аҡһымға, май, углевод һәм витаминдарға булған физиологик ихтыяжы иҫкә алынырға тейеш. Ит, балыҡ, йомортҡа, һөт ризыҡтары – аҡһымға иң бай ашамлыҡ. Бала рационында йәшелсә һәм еләк-емештең күберәк булыуы яҡшы. Татлы ризыҡтар менән артыҡ мауығыу кәрәкмәй. Углеводлы ашамлыҡтарҙы үҙ итеү баланың һимереүенә, матдәләр алмашыуы боҙолоуға килтерә. Шуны ла билдәләп үтер инем, колбаса һәм сосискалар балаларҙың рационында булырға тейеш түгел.
    - Һуңғы ваҡыттарҙа балаларҙың аяҡ-ҡулдары һыныу осраҡтары йыш күҙәтелә...
    - Эйе, балала дөрөҫ туҡланмау арҡаһында остеопороз үҫешеүе ихтимал. Шуға ла яҡшы сифатлы туҡланыу һәм, әблиттә, кальций һеңдерелһен өсөн Д3 витамины мотлаҡ кәрәк. Был витаминды сабыйҙың 21-се көнөнән минимум өс йәшкә тиклем бирергә кәрәк. Артабан инде ул бауыр ҙа, һыйыр майы ла ашай, үҫемлек майы ҡулланылған ризыҡтар менән дә туҡлана. Д3 – иң мөһим витамин. Уның дефициты булһа, баланың иммунитеты, аң үҫеше, хатта генетикаһы зыян күрә.
    - Йөклө ваҡыттағы торош бала үҫешенә тәьҫир итәме?
    - Ауырға ҡалғансы 100 көнгә тиклем ата-әсә һаулығы хаҡында ныҡлы ҡайғыртырға тейеш. Әгәр ҙә уларҙың ниндәйҙер ауырыуҙары булһа, тоҡомоноң сәләмәт булмауы ихтимал. Шуға күрә баланы планлаштырғанға тиклем тикшерелергә һәм дауаланырға кәрәк. Организмды тикшереп, уны тәртипкә килтереү зарур. Ауырлы ваҡытта “йоҡлап” ятҡан сирҙәр ҙә киҫкенләшә бит. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ организмы бигерәк үҙенсәлекле: уның хәтерендә бөтә нимә ҡала. Әгәр ҙә, мәҫәлән, ҡыҙҙың 15 йәштә түл күҙәнәге зарарланған икән, ул ғүмеренең аҙағына тиклем һаҡлана. Ҡатын-ҡыҙ организмына стресс та, дөрөҫ ашамау ҙа, үткәрелгән инфекциялар ҙа йоғонто яһай. Мәҫәлән, йөклөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында нимәлер дөрөҫ булмау, тайпылыш булыу арҡаһында баланың аяҡ-ҡулдары, күҙе булмауы, мейеһенең бәләкәй булыуы ихтимал. Бер стакан һыра эсеү ҙә буласаҡ балаға тәьҫир итәсәк. Ә 12 аҙнанан һуң ниндәйҙер ауырыу, йә стресс, йә ыҫланған колбаса ашау баланың йөрәк ауырыуы менән тыуыуына килтерергә мөмкин. Йөклөлөктөң 30 аҙнаһынан һуң ҡарындағы бала әсәһе кеүек үк ауырый, мәҫәлән, грипп һәм башҡалар.
    - Баланың умыртҡа һөйәге хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙсе.
    - Сабый шыуыша һәм тәүге тапҡыр ултыра башлағанда һәм, әлбиттә, уҡыусының мәктәптә умыртҡа һөйәге һәм терәү-хәрәкәт аппараты проблемалары килеп
      сығыу хәүефе бар. Умыртҡа һөйәгенең ҡыйшайыуы эске органдарҙың, шул иҫәптә йөрәк һәм мейе эшмәкәрлегенә тәьҫир итә. Был проблемалар булмаһын өсөн хәрәкәт режимын рациональ ойошторорға кәрәк. Көндәлек гимнастика мөһим. Бөтә быуын-мускулдарға, күҙҙәргә, мейегә лә гимнастика яһалырға тейеш.
    - Балалар ниндәй сирҙәр менән йышыраҡ ауырый?
    - Тын юлы ауырыуҙары менән йыш ауырыһалар, икенсе урында аҙ ҡанлылыҡ, шунан күҙҙәрҙең күреүе, эндокрин ауырыуҙар (тән ауырлығының кәм йә артыҡ булыуы, кәүҙәнең артыҡ ҡыҫҡа йә оҙон булыуы, ҡалҡан биҙенең зарарланыуы), һөйәк ауырыуҙары (яҫы табанлылыҡ, арҡа үҙәге торошо боҙолоуы).
    - Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер ата-әсәләр прививкаларҙан баш тарта...
    - Был яуапһыҙлыҡ тип атала. Практика буйынса, вакцинация арҡаһында оҙаҡ йылдар полиомиелит, корь, дифтерия, коклюш сирҙәре туҡталып торҙо. Ә хәҙер был сирҙәр төрлө төбәктәрҙә килеп сыға башланы. Бала өсөн уларҙың һәр береһе ауыр үтә, ҡатмарлашыуы менән хәүефле. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 95 проценттан аҙыраҡтар прививка яһата икән, инфекцияның тағы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Йоғошло сирҙәргә яһалған прививкалар 100 процент һаҡлаһа, туберкулезға ҡаршы яһалған прививка 85 процентҡа ғына һаҡлай, шуға күрә уны йыл һайын тикшереп торалар. Сөнки асыҡ типтағы туберкулез һыуыҡта ла, эҫелә лә юҡҡа сыҡмайынса, йоғоу ихтималлығы ҙур.
    - Уҡыусыларҙың туҡланыуына ентекләп туҡталып китһәгеҙсе.
    - Мәктәп программаһын үҙләштереү балаларҙан ҙур аҡыл хеҙмәте һорай, бала организмы күп энергия сарыф итә. Уҡыусы көнөнә дүрт тапҡыр туҡланырға, иртәнге, төшкө һәм киске аш ваҡытында ҡайнар ризыҡ ашарға тейеш. Үҫә торған организм өсөн кальций менән аҡһым сығанағы булған эремсек, сыр кеүек һөт ризыҡтары ҡулланыу бик файҙалы. Организмда кальций һәм фосфор дефициты булмаһын өсөн балыҡ ризыҡтарын да онотмаҫҡа кәрәк. Гарнир сифатында томалап бешерелгән кәбеҫтә, ҡыҙыл сөгөлдөр, һуған, кишер, ҡуҙаҡлылар, һарымсаҡ кеүек йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Көн дауамында бала аҙ ғына күләмдә компот, сәй, аҡ икмәк, печенье, кәнфит кеүек әйберҙәр ҡабып ҡуйһа, әлеге углеводтар ҡанға глюкоза килеүен тәьмин итәсәк һәм, үҙ сиратында, аҡыл һәләтен арттырасаҡ. Мейе уҡыу материалын үҙләштерһен өсөн асығып йөрөргә ярамай.
    - Гөлнара Мәғнәүи ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
    Фәниә Сәлимгәрәева әңгәмәләште.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: