Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
16 Сентябрь 2023, 17:18

Үтәгәндә - Ҡабаҡ байрамы!

Төрлө төҫтәргә мансылған алтын көҙ көндәренең береһендә Үтәгән ауылында шаулап-гөрләп Ҡабаҡ байрамы уҙҙы. Тәбиғәт тә үтәгәндәрҙең шатлығын уртаҡлашырға теләгәндәй, ҡояш та иртән-иртүк сағыу нурҙарын йәлләмәйенсә һипте. Ҡасандан бирле әҙерлек эштәрен алып барған үтәгәндәр тирмәләр ҡороп, һый-ниғмәттән һығылып торған бай өҫтәлдәр ултыртып, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыларға әҙерләнде.

Үтәгәндә - Ҡабаҡ байрамы!
Үтәгәндә - Ҡабаҡ байрамы!

Ә ҡунаҡтар күрше-тирә ауылдарҙан ғына түгел, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат һәм башҡа ҡалаларҙан ла ашҡынып ҡайтҡан ине. Салауат Юлаев, Иҙел, Банат Батырова, Ғафури, Әсфәндийәров, Мәктәп урамдарында йәшәүселәр сарала ҡатнашыусыларға үҙҙәренең урамдарында йәшәүсе танылған шәхестәр, уңған кешеләр тураһында һөйләне, ҡабаҡтан әҙерләнгән төрлө-төрлө ризыҡтарын тәҡдим итте. Байрамда шулай уҡ райондың эҙәрмәндәр отрядтары үҙҙәренең күргәҙмәләре, Олокүл, Прибельский ауылдарының махсус хәрби операцияға ярҙам ебәреү штабтары ла ҡатнашты. Уларҙа төрдө экспонаттар менән танышырға, маскировка селтәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға, автоматты һүтеп йыйырға мөмкин ине.

Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин, Башҡортостандың халыҡ артисы, РФ атҡаҙанған артисы, райондың маҡтаулы гражданы Йәмил Әбделмәнов, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент Фәнзил Санъяров, БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары Тимерғәле Уразғолов, Рәмзиә Кәримова һәм Юлия Краснова, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәсил Исламов сараның мәртәбәле ҡунаҡтары булды.

-  Үтәгәндә “Ҡабаҡфест” байрамы икенсе тапҡыр үткәрелә. Уҙған йыл ауыл халҡының байрамды үткәреү инициативаһын хуплап ҡаршы алдыҡ һәм йыл һайын байрамды үткәрергә ниәтләнек. Байрам был төр йәшелсәнең кеше организмы өсөн файҙалы ризыҡ икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Иң ҡыҙығы, ауыл халҡы уны үткәргәндән һуң ярышып ҡабаҡтың төрлө сорттарын үҫтерә башлаған.  

Үтәгән ауылы танылған, күренекле шәхестәре менән билдәле. Бөгөнгө көндә бында 400-ҙән ашыу кеше йәшәй, улар төрлө өлкәләрҙә район һәм республика мәнфәғәте хаҡына тырышып хеҙмәт итә. Махсус операцияла ла Үтәгән егеттәре хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй. Бөгөнгө саранан килгән матди саралар гуманитар ярҙам менән яугирҙәребеҙгә оҙатыласаҡ.

Байрамды ойошторған барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, барыһына ла күтәренке кәйеф, тыныс күк йөҙө теләйем, - тине район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров.

Ул байрамдың иғәнәселәре - Рәфил Йөҙлөкбаев, “Мелеуздомострой” йәмғиәтенең генераль директоры Алмаз Сәғҙәтов, “Радуга” ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәмилә Шамбазова, ауылдың имам-хатибы Сәғит Сөләймәновтарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

- Үтәгән ауылы халҡы элек-электән уңғанлығы, егәрлелеге менән дан тота. Улар йәшелсәһен дә үҫтерә, мал-тыуар, ҡош-ҡортон да аҫрай, балығын да тота. Бөгөн дә улар ҡабаҡтан әҙерләнгән бик күп төрлө ризыҡтар әҙерләп алып сыҡҡан.

Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 30 егет араһында үтәгәндәр ҙә бар, уларға иҫән-имен ғаиләләренә әйләнеп ҡайтырға насип булһын, - тине үҙ сығышында Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе башлығы Фидан Миңлеғәлиев.

Байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Гөлсәсәк Гапирова, Вәлимә Хөсәйенова, Венера Заһиҙуллина, Гөлфиә Бикташева, Фаяз Сөләймәнова, Рәфил Йөҙлөкбаевтар Фидан Сәлих улы ҡулынан ауыл биләмәһенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Артабан һүҙҙе ауылдың старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова алды.

- Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәр төбәктең үҙ фестивале булырға тейеш.  “Ҡабаҡфест” байрамы Үтәгән ауылының төп байрамына әүерелде. Ул быйыл махсус операцияға бағышлана. Күптән түгел Батырлыҡ орденына лайыҡ булған ауылдашыбыҙ Радик Йөҙлөкбаев ялға ҡайтҡанда, байрамды ойошторорға ҡушып китте, беҙ уның теләген бойомға ашырҙыҡ.  

Беҙ бер нмәгә ҡарамай, егеттәребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. “Ағиҙел һылыуҙары” ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары уларға ҡабаҡ ҡайнатмаһы әҙерләһә, теләгән һәр бер кеше бөгөн гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөшөн индерә ала, - тине Дилара Ринат ҡыҙы.

Республиканың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов иһә ауылдаштарын байрам менән ҡотлап,  күңеленән урғылып сыҡҡан шиғыр юлдарын һөйләп ишеттерҙе:

Үтәгән ауылы халҡы, бигерәк уңған,

Әйтерһең дә бал ҡорто.

Ошо ауылда тыуған халыҡ,

Табын ырыуы башҡорто.

Байрамға килеүселәр халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов, йырсы-комик Илнур Юламанов, район мәҙәниәт һарайы йырсыһы Фәрит Яҡшығолов, “Дәрт”, “Ағиҙел һылыуҙары”, “Үтәгән егеттәре” ансамблдәренең моңло һәм дәртле йырҙарын тыңлап кинәнес алды.

Ә инде был ваҡытта жюри етәкселеге үҙ йомғаҡтарын сығарҙы.

“Иң ауыр ҡабаҡ үҫтереү” бәйгеһендә 1-се урын - Әсләм Хөсәйенов (33 килограмм),  2-се  урын -  Рәүфил Бикҡолов (29 кг), 3-сө урын Айрат Искәндәров  (28 кг).  Шулай уҡ уларҙан ауырлығы менәнбер аҙға ғына ҡалышҡан Хәтмулла Бикташев, Гәүһәриә Моталлапова,  Минияр Байгилдиндар, экзотик ҡабаҡ үҫтереүсе Сәғит Сөләймәнов, Азамат  Сәғҙәтов, Рәүилә Байымовалар  билдәләп үтелде.

Урамдар буйынса “Уңған ҡабаҡсылар” бәйгеһендә “Ҡабаҡтан иң тәмле ризыҡ бешереүселәр” Иҙел урамы, “Ҡабаҡты төрләндереп бешереүселәр” Мәктәп урамы, “Хеҙмәт темаһын тулы итеп күрһәтеүселәр” Банат Батырова урамы, “Башҡорт халҡының тарихын йөкмәткеле итеп күрһәтеүселәр” С.Юлаев урамы, “Ҡунаҡтарҙы үҙенсәлекле ҡаршылаусылар” номинацияһында Әсфәндийәров һәм Ғафури урамдары билдәләнде.

Эйе, Ҡабаҡ байрамы бер тында бик күңелле һәм ойошҡан рәүештә үтеп китте. Байрамда ҡатнашыусылар бер яҡтан файҙалы йәшелсәнән иҫ киткес күп  төрлө ризыҡ әҙерләп булыуын күрһәтһә, икенсе яҡтан ул ауыл халҡын ысынлап та, берләштереүсе еп булып торҙо. Үтәгәндәрҙең “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыуын да иҫәпкә алһаҡ, үтәгәндәрҙең сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға әүҙемлектәрен, берҙәмлектәрен һәм рухлылыҡтарын иҫбатланы.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

 

 

кимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Рәсил Исламов сараның мәртәбәле ҡунаҡтары булды.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: