Күлләрҙәр дөйөм йыйылышта кәңәшләшеп, ошо аҡсаға балалар майҙансығын һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған мемориаль таҡта ҡуйырға килеште. Әлеге ваҡытта улар Ефремкин ауыл хакимиәте менән берлектә был объекттарҙы тантаналы асырғә әҙерләнә.
Ауылдың старостаһы Римма Сөләймәнова был конкурстың сәләмәт тормошто пропагандаларға ярҙам итереүен һәм ауыл халҡын берләштереүен билдәләй. Улар ауылда яңы объекттарҙың асылыуына бик шат. Ауылда балалар һаны аҙ булыуға ҡарамаҫтан, майҙансыҡ буш тормаҫ, киләсәктә йәш ғаиләләр артып, шат тауыштарға күмелер тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Беҙ күлләрҙәрҙең шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм объекттарҙың тиҙерәк асылыуын көтәбеҙ.
Ә һеҙ “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашаһығыҙмы?
Рушания Хәмәтғәлимова.