Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
15 Сентябрь 2023, 12:23

Батырлыҡ өсөн бүләкләнә

Ҡырмыҫҡалылар намыҫ менән хәрби бурыстарын үтәй. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашып, тыныс күк йөҙө булһын өсөн үҙҙәренең өлөштәрен индерә. Араларында – Яңы Бәпес ауылынан Рәфис Ҡаһарманов та бар. Ошо көндәрҙә уны Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссары күрһәткән батырлыҡтары өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләне.

Батырлыҡ өсөн бүләкләнә
Батырлыҡ өсөн бүләкләнә

Рәфис быға, әлбиттә, шат һәм ғорурлана. Әммә, уның һүҙҙәре буйынса, хеҙмәт итеү – ул команда эше.
Геройыбыҙға 28 йәш. Ул - махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән үк ҡатнашып, ғүмеренең байтаҡ йылдарын хәрби эшкә бағышлаған кеше. Яҙмышым шулай ҡушҡан, тип иҫәпләй ул. Сөнки Рәфис – ғаиләлә иң кесе малай. Тәүҙә ике ағаһы әрме хеҙмәтен тормош рәүеше итеп һайлай. Ул да ағалары артынан китергә ҡарар итә. Шулай ҙа башҡа юлды һайларға ла теләге була. Шулай, Иҫке Бәпес мәктәбен тамамлағас, Рәфис Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына туған телдәр факультетына уҡырға инә. Әммә 4-се курста армияға китергә була, артабан илдең Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
Быйыл Рәфис ғаилә ҡорған, тик хеҙмәтен ташларға планлаштырмай. Әлеге ваҡытта ул хәрби часҡа юлланған. Беҙ яугирҙе лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм уға ныҡлы һаулыҡ, һайлаған тормош юлында уңыштар, яҡындары хаҡына үҙен һаҡлауын теләйбеҙ!
Район хакимиәте сайтынан.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: