Даирә
-3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
7 Сентябрь , 15:38

«Дуҫлыҡ хороводы» үҙенә йыйҙы

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә Николаевка ауылында “Дуҫлыҡ хороводы” фестивале уҙҙы. Бында районыбыҙҙың иң шәп коллективтары үҙҙәренең иң сағыу сығыштарын тәҡдим итте.

«Дуҫлыҡ хороводы» үҙенә йыйҙы
«Дуҫлыҡ хороводы» үҙенә йыйҙы

Сараның мәртәбәле ҡу­нағы – Башҡортостан Респу­бликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитетының рәйе­се, Башҡортостан Республи­каһы буйынса был проекттың координаторы Эльвира Ай­ытҡолова тантаналы рәүештә “Ҡырмыҫҡалы үҙәкләште­релгән клуб системаһы” ди­ректоры Марат Мәзитовҡа - еңел автомобиль асҡысы, Николаевка ауыл клубының баш мәҙәни ойоштороусыһы Алина Степановаға - автобус асҡысы һәм райондың бер нисә мәҙәни усағына сәхнә костюмдары, тауыш көсәйтеү аппаратуралары алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.

- Федераль проект буй­ынса бик күп эштәр башҡа­рыла. Сәхнә костюмдары һәм башҡа бүләктәр район халҡын ҡыуандырып ҡына торор, һеҙҙең популярлыҡ тағы ла киңерәк таралыр, тип ышанам. Был йәһәттән Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәни коллективтарының ижади потенциалы ҙур. Рай­онда инклюзив мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүленеүе хаҡын­да айырым әйтеп үтке килә. Бында сәләмәтлектәре буй­ынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм ололарҙың мәҙәни үҫеше өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыла, - тине үҙенең сығышында Эльвира Ринат ҡыҙы.

Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров та та­лантлы яҡташтарыбыҙға оло рәхмәтен белдерҙе һәм ижади уңыштар теләне.

Фестивалдә сығыш яһаған башҡорт, татар, урыҫ, мордва, сыуаш халыҡтары­ның мәҙәниәтен сағылдырған ансамблдәрҙең барыһы ла - Рәсәй, төбәк-ара, республика һәм район конкурста­рының әүҙем ҡатнашыусы­лары. Уларға артабан да тик уңыштар ғына йылмайһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

«Дуҫлыҡ хороводы» үҙенә йыйҙы
«Дуҫлыҡ хороводы» үҙенә йыйҙы
«Дуҫлыҡ хороводы» үҙенә йыйҙы
«Дуҫлыҡ хороводы» үҙенә йыйҙы
«Дуҫлыҡ хороводы» үҙенә йыйҙы
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас в