Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
5 Сентябрь 2023, 12:22

Яҡташыбыҙға – Шайморатов миҙалы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләне.  Улар араһында Һәүәләй ауылынды йәшәүсе Раушания һәм Венер Рамазановтарҙың улдары Алмаз да булыуы бар район өсөн ҡыуаныслы хәбәр булды. Алмаз был юғары наградаға хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өлгөләре күрһәткәне өсөн лайыҡ булды.

Яҡташыбыҙға – Шайморатов миҙалы
Яҡташыбыҙға – Шайморатов миҙалы

Алмаз кесе йәштән спортты бик ярата. Физкультура дәрестәренән тыш, үҙ аллы шөғөлләнеүгә күп ваҡытын бүлә. Улдарының хәрби хеҙмәткәр булырға теләген белгән ата-әсәһе уға һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. 8-се кластан һуң Алмаздың Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоусылар әҙерләү мәктәп-интернатының “Кадет корпусы”на уҡырға инеүенә лә улар булышлыҡ итә.  Бында уҡыусылар интеллектуаль, физик һәм әхлаҡи үҫеш ала, уларҙы офицерҙар рухында, Ватанға хеҙмәт итеү нигеҙҙәрендә тәрбиәләйҙәр.

Хәрби юлдан китергә ныҡлы ҡарар ҡабул иткән Алмаз Венер улы артабан уҡыуын Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Калининград сик буйы институтында дауам итә. Студент йылдарында ҡул көрәше буйынса бәйгеләрҙә күп тапҡырҙар ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшә, миҙалдар һәм кубоктар яулай.

2015 йылда инситутты тамамлағандан һуң ул Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Дағстан республикаһына ебәрелә. Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән  яҡташыбыҙ хеҙмәтен Украина биләмәһендә дауам итә.

Ватанды һаҡлау хисе һәр кемебеҙҙә бала саҡтан башлап һалыналыр, егеттәрҙе Тыуған иленең ысын патриоттары, һаҡлаусыһы, яҡлаусыһы итеп үҫтереүҙә, һис шикһеҙ, ата-әсәнең дә роле бик ҙур. Раушания һәм Венер Рамазановтар ҙа улдарының уңыштарына бөгөн хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

Әйткәндәй, Алмаздың әсәһе Раушания Рәжәп ҡыҙы ла махсус операция башланыу менән Һәүәләй ауылында “Ватан” штабы төҙөп, егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам ебәреүҙә ҙур өлөш индергән. Уның башланғысы менән Һәүәләй ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ойоҡбаштар бәйләгән, бауырһаҡ, ҡорот әҙерләп, 60-тан ашыу маскировка селтәре үреп ебәргән.

Яҡташыбыҙҙы Шайморатов миҙалы алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: