Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
17 Август 2023, 09:06

“Ризалығымдан тыш аҡсамды алғандар...”

Нисек уны кире ҡайтарырға?

“Ризалығымдан тыш аҡсамды алғандар...”
“Ризалығымдан тыш аҡсамды алғандар...”

Банк картаһын файҙаланыу бик уңайлы, әлбиттә. Әммә уның менән бәйле төрлө сетерекле хәлдәр осрай. Мәҫәлән, “Минең ризалығымдан тыш, банк картаһынан аҡса алғандар. Уны кире ҡайтарып буламы икән?” – тип һорау биргәндәре лә бар.

 2011 йылдың 27 июнендә ҡабул ителгән 161-се “Милли түләүҙәр системаһы тураһында”ғы Федераль закондың 9-сы статьяһына ярашлы, финанс ойошмаһы үҙенең клиенттарын уларҙың банк карталары менән бәйле барлыҡ операциялар хаҡында ла смс-хәбәр йәки электрон почта, интернет-банк аша иҫкәртергә бурыслы.

Әгәр үрҙә әйтелгән талап үтәлмәһә, банк клиенттың ризалығынан тыш алынған аҡсаны уға кире ҡайтарырға тейеш. Бынан тыш, ошондай уҡ талаптың  клиент, үҙенең картаһынан аҡсаның алыныуы хаҡында белеп, ваҡытында был хәлгә дәғүәһен финанс ойошмаһына белдергән осраҡта ла үтәлеүе зарур.

Шуға әгәр банк картаһынан аҡсағыҙҙың алыныуы хаҡында белеп ҡалһағыҙ, иң тәү сиратта был операцияны үҙегеҙҙең атҡарыу-атҡармауығыҙҙы тикшерегеҙ. Мәҫәлән, ҡайһы бер осраҡта магазинда тауар йәки аҙыҡ-түлек һатып алғанда банк картаһы аша түләгәндә аҡса иҫәптән тиҙ генә алына һалмай. Бының өсөн хатта бер нисә көндөң үтеүе ихтимал.

Әгәр картағыҙҙы ризалығығыҙҙан тыш файҙаланыуҙарын асыҡлаһағыҙ, был хаҡта тиҙ генә, ошо операция  тураһында һеҙгә мәғлүмәт килгән көндө үк, финанс ойошмаға хәбәр итегеҙ. Әйткәндәй, бының өсөн банк картаһының артында финанс ойошмаһы менән бәйләнешкә инеү өсөн телефон һандары күрһәтелгән. Шулай итеп, операторға шылтыратып хәбәр итергә һәм картаны блокировкалау кәрәклеге хаҡында һорарға кәрәк. Ошонан һуң банк бүлексәһенә барып, үткәрелгән операцияға ризаһыҙлыҡ белдереп, ғариза яҙыу зарур. Банк уны – 30, халыҡ-ара операция атҡарылған осраҡта иһә 60 көн эсендә ҡарарға тейеш.

Шулай итеп, ғаризағыҙ буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, аҡса банк картаһына йәки һеҙ ғаризағыҙҙа күрһәткән иҫәпкә күсереләсәк.

Бынан тыш,  банк картағыҙ менән мутлыҡ ҡылыуы хаҡында белһәгеҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.

"Башинформ".

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: