Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
11 Август 2023, 14:55

Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа гарантиялы ярҙам күрһәтеү буйынса иң яҡшы төбәк исемлегендә Башҡортостан да бар

Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә
Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә

2023 йылдың беренсе ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа гарантиялы ярҙам күрһәтеү буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбенә инде. Был хаҡта БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ярты йыл эсендә төбәктә гарантиялар һәм поручителлек аҫтында бирелгән финанслау күләме 1,9 миллиард һум тәшкил итте. Был эшҡыуарҙарға 4 миллиард һумдан ашыу кредит ресурстарын йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Кредиттар алыу милли гарантия системаһы инструменттары ярҙамында мөмкин булды, уның операторҙары-бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ Корпорацияһы һәм БР Гарантия фонды.

Бындай ярҙам сараһын алғандар араһында Туймазы районының “Бәхетле” крәҫтиән хужалығы теплицаларҙа йәшелсә үҫтерә. Компания 50 миллион һум кредит аҡсаһын йәлеп итә. “Хәҙер хужалыҡ ябыҡ грунтта йәшелсәләрҙе миҙгелле генә үҫтерә. Йәшелсә һаҡлағысы, продукцияны сорттарға айырыу һәм төрөү цехы менән йыл әйләнәһенә теплица комбинаты төҙөргә ниәтләйбеҙ, был өҫтәмә 10-15 даими эш урыны булдырырға һәм етештереү ҡеүәтен арттырырға мөмкинлек бирәсәк”, – тип һөйләй компания етәксеһе Роберт Гарафутдинов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли гарантия системаһына уның операторы булған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы, төбәк гарантия ойошмалары һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ банкы инә. РФ Президенты Владимир Путин инициативаһы менән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә ярҙам күрһәтелә.

Фото: КХ "Бәхетле"

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
 
"Башҡортостан" гәзите.
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: