Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
20 Июль 2023, 17:37

Уртаға һалып һөйләшелде

Район хакимиәтендә сираттағы тапҡыр инвалидтар эштәре буйынса координацион совет уҙғарылды. Кәңәшмәлә үҙәк район дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев, райондың территориаль халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге начальнигы Шамил Хафизов, район мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәге методисы Миләүшә Хәсәнова ҡатнашты.

Уртаға һалып һөйләшелдеУртаға һалып һөйләшелде
Уртаға һалып һөйләшелде

- 2023 йылдың 1 июненә үҙәк район дауаханаһында 4230 кеше инвалидлыҡ буйынса иҫәптә тора. Шул иҫәптән, 326 – 1-се төркөм, 1201 – 2-се төркөм, 2496 3-сө төркөм һәм 207 бала мөмкинлектәре сикләнгәндәр иҫәбенә инә.
Тәүге ярты йыллыҡта бушлай дарыу алыуға барлығы 2512 рецепт яҙылған, дарыуҙарҙың дөйөм хаҡы 6 149 124 һум 30 тин тәшкил итә. Был бер кешегә 12678 һум 60 тин тотонолған тигән һүҙ.
Шифаханаға юллама биреү өсөн 108 белешмә яҙылған, уларҙан 32 кеше шифаханаға барып ҡайтҡан. Шулай уҡ фельдшерҙар һәм табиптар инвалидарҙың йорттарына барып та медицина ярҙамы күрһәтә, анализ алалар, ЭКГ төшөрәләр. Кәрәк булған осраҡта, ауырыуҙарҙы ятып дауаланыу өсөн профиль йәиһә паллиатив бүлектәргә һалабыҙ, - тине Азамат Әмирйән улы.
Шамил Фәнил улы, районда инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы:
- 2023 йылдың 1 ғинуарына беҙҙә 22 инвалид иҫәптә тора ине. Йыл башынан алып әлеге көнгә тиклем тағы 20 инвалид эш һорап мөрәжәғәт итте. Ошо ваҡыт эсендә барлығы 451 кеше һәм шул иҫәптән, 20 инвалид эшкә урынлаштырылды. Әлеге көндә барлығы 277 эшһеҙ һәм шул иҫәптән 19 инвалид иҫәптә тора.
Йәмәғәт эштәренә өс инвалид, эш эҙләү буйынса ауырлыҡ кисергән граждандарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса предприятиеларға юллама буйынса 12 инвалид урынлаштырылды.
Шулай уҡ беҙҙә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш урындарын квоталау программаһы эшләп килә. Әгәр предприятиелар һәм ойошмаларҙа 35 кешенән ашыу эш урыны иҫәпләнһә, уларға инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу квотаһы билдәләнә. Районда ошондай 32 предприятие һәм ойошма эшләй, улар менән килешеүҙәр төҙөлгән. Квота 51 кешегә бирелгән, әлеге ваҡытта уларҙа 52 инвалид эшләй. Шулай уҡ беҙҙең инвалидтар өсөн махсус эш урындары булдырыу өсөн аҡса бүлеү мөмкинлеге бар. Йыл һайын 2-3 кеше ошо программа буйынса эшкә урынлаштырыла.
Тағы ла шуны әйтеп үткем килә, яҡын киләсәктә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге өсөн яңы мобиль бина төҙөлөү күҙ уңында тотола. Был маҡсатта ер биләмәһе бүленгән, төҙөлөш өсөн аҡса бүленгәнен генә көтөргә ҡала.
Прибельский ауылынан Галина Веревкина районыбыҙ командаһының Белорет районына спорт туризмы буйынса сәйәхәткә барып ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Унда бөтә республиканан 24 команда ҡатнашҡан.
- Был сәйәхәтте ойошторған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренеры Илнур Бикташевҡа ҙур рәхмәтлебеҙ. Мөмкинлектәре сикләнгән булыуҙарына ҡарамаҫтан беҙҙең ҡатнашыусылар йәйәү йөрөүҙә, һыу туризмында, велосипедта, коляскаларҙа ярышыуҙа, катамарандарҙа йөрөүҙә ҡатнашты. Кулинария буйынса ла конкурс бик оҡшаны.
Ләкин, беҙҙең район командаһының инвалидтар ойошмаһы булмауы сәбәпле, күңелде ҡырған мәлдәр ҙә булды. Киләсәктә, райондың инвалидтар ойошмаһы тергеҙелер, тигән теләктә ҡалабыҙ, - тине Галина Ивановна.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән район мәҙәниәт бүлеге һәм йәштәр бүлеге лә даими эш алып бара, төрлө саралар уҙғарылып тора, артабан был йүнәлештә өлкәндәр менән дә эште тергеҙергә кәрәк, тип билдәләне.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас