Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
18 Июль 2023, 06:31

Башҡортостанда табиптар «киндер» эсендәге уйынсыҡты йотҡан 4 йәшлек баланы ҡотҡарған

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, уйынсыҡ ҡыҙыл үңәс һәм тын юлы араһында тороп ҡалған.

Башҡортостанда табиптар «киндер» эсендәге уйынсыҡты йотҡан 4 йәшлек баланы ҡотҡарғанБашҡортостанда табиптар «киндер» эсендәге уйынсыҡты йотҡан 4 йәшлек баланы ҡотҡарған
Башҡортостанда табиптар «киндер» эсендәге уйынсыҡты йотҡан 4 йәшлек баланы ҡотҡарған

Был баланың ғүмере һәм һаулығы өсөн ҙур хәүеф менән янаған.

«Ашығыс рәүештә операцияға әҙерләй башлағандар, трахеостома ҡуйырға йыйынғандар... Ләкин табип-реаниматолог Илгиз Мостафиндың оҫта эш итеүе һөҙөмтәһендә уйынсыҡты операцияһыҙ алғандар», — тип белдерҙеләр медицина учреждениеһында.

Хәҙер баланың хәле һәйбәт, әле ул табиптар күҙәтеүе аҫтында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-18/v-bashkirii-vrachi-spasli-4-letnego-rebenka-proglotivshego-igrushku-ot-kindera-3344128

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас