Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
3 Июль 2023, 11:55

Бер кем дә онотолмай!

июлдә хәрби бурысын ҡыҙыу нөктәләрҙә үтәгән хәрби ветерандар байрамдарын билдәләй.Үрге Төкөн ауылында Афғанстан, Чечен, Сүриә һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветеран егеттәребеҙҙең осрашыуы булды. Һәр кемдең дә изге бурысы: егеттәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә арналған стелаға ҡәнәферҙәр, венок һалды, бер минут тын ҡалып, төрлө яуҙарҙа һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алды...

Бер кем дә онотолмай!Бер кем дә онотолмай!
Бер кем дә онотолмай!

Сик буйы һаҡсыларының ветераны, райондың хәрби туғанлык ойошмаһы етәксеһе Финат Биҡҡужин ветерандарҙы ҡотлағандан һуң, беҙҙең арала инде булмаған хәрбиҙәрҙе изге һүҙҙәр менән иҫкә алды һәм әлеге ваҡытта хәрби махсус операциялағы яугирҙәребеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Үрге Төкөн ауылынан Хәйретдин ағай менән Сажиҙә апай Биҡҡужиндарҙың улдары Азамат, Салауат, Илгиз, Ингель Биҡҡужиндарҙы маҡтап телгә алды.

- Бер ғаиләлән дүрт улдарын да ҡыҙыу нөктәләрҙән көтөп алған атай менән әсәйгә ни тиклем сабырлыҡ, ныҡлылыҡ һәм сыҙамлылыҡ кәрәк булған. Бына ҡайҙа ул илһөйәрлек тәрбиәһе, - тип билдәләне Финат Рим улы.

Ошо тантаналы көндә ауылдан Фәрит Хәлимовҡа, Азамат һәм Илгиз Биҡҡужиндарға миҙалдар тапшырылды. Ауылдың муллаһы Сәйфетдин ағай Бикҡужин һәләк булғандар рухына бағышлап аят уҡыны, иҫәндәргә изге юлдар, һаулыҡ, донъяларҙың тыныс булыуын теләне.
Сара аҙағында ауылдашыбыҙ Эльвира Хәлимованың “Ҡайындар шаулай” йыры һағышландырһа, бергәләп башҡарған "Шайморатов генерал" йыры һәммәбеҙгә рухи дәрт һәм дарман өҫтәне.
Айгөл Хәмитова.
Үрге Төкөн ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас